Юбиляр мәғариф ветеранын ҡотларға район Советы депутаты Рафаил Хәсәнов, Сәйетбаба ауыл биләмәһенең эштәргә идара итеүсеһе Фәнизә Байбулдина, район мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы рәйесе Альберт Насиров, ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәре Эльвира Мөлөкова менән Фәүзиә Зәйнуллина, элекке мәғариф бүлеге мөдире Мансур Хөснийәров, Үтәк мәктәбенең элекке директоры Ришат Мәхмүтов, Әминә Мөхәмәт ҡыҙының элекке хеҙмәттәше – Еҙем-Ҡаран ауылынан Гөлнур Мәҡсүтова, ике ҡыҙы, төрлө йылдарҙа сығарылыш уҡыусылары, ауыл кешеләре килде. Иҫтәлекле сара район мәҙәниәт бүлеге артистарының һәм ауыл һәләттәренең сығыштарына үрелеп барҙы һәм күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.