+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Үлгәндән һуң - Батырлыҡ ордены

Районыбыҙға йәнә ауыр ҡайғы килде. Бөгөн, 12 апрелдә, Красноусол ауылы халҡы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ – сержант 52 йәшлек Рәис Усмановты һуңғы юлға оҙатты.

Үлгәндән һуң - Батырлыҡ ордены
Үлгәндән һуң - Батырлыҡ ордены

Рәис Шәрәфетдин улы 1971 йылдың 25 сентябрендә Красноусолда тыуған. 2024 йылдың 22 ғинуарында үҙ теләге менән РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, хәрби частарҙың береһендә пилотһыҙ осоусы аппараттар отделениеһы командиры булып, махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яугир 2024 йылдың 6 мартында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.

Батыр яугир менән хушлашыу сараһында район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов һәм үҙенең исеменән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Әхтәмова сығыш яһаны һәм энеһе Марат Шәрәфетдин улының, яҡындарының, туғандарының, яҡташтарының, класташтарының, дуҫтарының, күршеләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Салауат Ғәлимйәнов яҡындарының ауыр хәсрәтен уртаҡлашты. Матәм сараһын алып барыусы Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар, подполковник Файруз Ғимаҙиев яугирҙың энеһе Марат Усмановҡа Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путин Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы, батырлығы өсөн Рәис Шәрәфетдин улына үлгәндән һуң бирелгән Батырлыҡ орденын тапшырҙы.

Мәңгелек йоҡоң тыныс, урының ожмах түрендә булһын, Рәис!

Үлгәндән һуң - Батырлыҡ ордены
Үлгәндән һуң - Батырлыҡ ордены
Үлгәндән һуң - Батырлыҡ ордены
Үлгәндән һуң - Батырлыҡ ордены
Үлгәндән һуң - Батырлыҡ ордены
Үлгәндән һуң - Батырлыҡ ордены
Үлгәндән һуң - Батырлыҡ ордены
Үлгәндән һуң - Батырлыҡ ордены
Үлгәндән һуң - Батырлыҡ ордены
Үлгәндән һуң - Батырлыҡ ордены
Үлгәндән һуң - Батырлыҡ ордены
Үлгәндән һуң - Батырлыҡ ордены
Үлгәндән һуң - Батырлыҡ ордены
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: