+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Сираттағы гуманитар ярҙам яугирҙарыбыҙға тапшырылды. Махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға район халҡы ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Уҙған аҙнала Ғафури районы делегацияһы махсус хәрби операция үткәреү зонаһынан ҡайтты. Делегацияны етәкләгән район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов әйтеүенсә, ғафуриҙар командование биргән нәмәгә өҫтәп, яугирҙарыбыҙҙың нимәгә мохтаж булыуын алдан уҡ асыҡлаған.

-Гуманитар йөк эсендә алғы һыҙыҡтағы яугирҙабыҙға өс автомобиль, ике генератор, мобиль мунса, Донецк госпитале өсөн медикаменттар менән 24 ҡумта, шәхси посылкалар, аҙыҡ-түлек һәм гигиена саралары, 30-ҙан ашыу маскировкалау селтәре, окоп шәмдәре, төҙөлөш материалдары, 50 литрлы мискәләр, дарыуҙар, 100 литр һыу һәм башҡа кәрәк-яраҡ алып барҙыҡ. Улар өсөн иң ҡәҙерлеһе тыуған яҡтарынан килгән хаттар һәм яҡындарының посылкалары. Әлеге мәлдә районда май айында китәсәк гуманитар йөктө йыйыу бара. Ауылдарҙа маскировкалау селтәрҙәре үрелә, окоп шәмдәре эшләнә, яугирҙарға посылкалар йыйыла. Ошо изге эштә ҡатнашҡан бар район халҡына рәхмәт. Беҙҙең яугирҙар өсөн ярҙамыбыҙҙы  тойоу, уларҙы өйҙә көтөүҙәрен белеү бик мөһим, - тине район етәксеһе. 

 

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: