+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ! Яугирға “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырылды

Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәй. Әленән-әле Ватан алдындағы изге бурыстарын намыҫлы башҡарғандары өсөн даими рәүештә хөкүмәтебеҙ тарафынан төрлө наградалар менән бүләкләнеп торалар.

Ҡотлайбыҙ! Яугирға “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырылды
Ҡотлайбыҙ! Яугирға “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырылды

Ҙур наградаға лайыҡ булыусылар исемлеген Юлыҡ ауылының аҫыл уландары ла тулыландыра. Махсус хәрби операция биләмәһендә батырлыҡтар күрһәтеп, үҙен ҡыйыу яугир итеп танытҡан Одил Олимович Караульщиковҡа “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырылған. Шул уҡ ваҡытта хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығына эйә булған. Егетте Рәйлә менән Салауат Юлыҡовтар үҙ ғаиләләренә алып, тәрбиәләп үҫтергән. Одилды ҙур наградаһы менән ҡотлайбыҙ һәм һуғыш яланынан иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!

Ҡотлайбыҙ! Яугирға “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырылды
Ҡотлайбыҙ! Яугирға “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырылды
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: