-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда алты көнлөк эш аҙнаһы башланды

Башҡортостанда алты көнлөк эш аҙнаһы көтөлә. Май байрамдары алдынан республика халҡы 22 апрелдән 27-һенә тиклем, йәғни дүшәмбенән шәмбегә тиклем эшләй.

Башҡортостанда алты көнлөк эш аҙнаһы башланды
Башҡортостанда алты көнлөк эш аҙнаһы башланды

Һуңынан 28 апрелдән 1 майға тиклем – дүрт көнлөк оҙайлы ялдар. Киләһе аҙнала ике көн – 2 һәм 3 майҙа ғына эшләйбеҙ.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 9-12 майҙа иһә Еңеү көнө уңайынан ял итәбеҙ. Быйыл 6 ғинуарҙағы байрам көнө 10 майға күсерелде.

Башҡортостанда алты көнлөк эш аҙнаһы башланды
Башҡортостанда алты көнлөк эш аҙнаһы башланды
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: