+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Республикала яңы байрам – Милли бейеү көнө булдырыла

Р.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Е. Нечвалода башҡорт костюмы буйынса альбом-каталог сығарыуҙа ярҙам һораны.

Республикала яңы байрам – Милли бейеү көнө булдырыла
Республикала яңы байрам – Милли бейеү көнө булдырыла

Радий Хәбиров ошо проектты бюджеттан тейешенсә аҡса бүлеп, өс йыл дауамында тормошҡа ашырыу мөмкинлеге булһын өсөн республиканың Мәҙәниәт министрлығына альбом-каталогты әҙерләү һәм нәшер итеү өсөн дәүләт заказы буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

«Милли кейемдәргә ҡыҙыҡһыныуҙы тергеҙеү менән бәйле мәсьәләләргә беҙҙең кеүек күп милләтле республикала дәүләт сәйәсәтенең мөһим өлөшө тип ҡарайбыҙ. Мәҙәниәтебеҙ бик бай һәм уны киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалырға кәрәк. Бөгөн тағы бер идеябыҙ хаҡында әйтмәксемен. Республикала Милли бейеү көнөн булдырырға теләйбеҙ. Ул шул иҫәптән милли кейемдәрҙе күтәреү өҫтөндә эшләйәсәк, сөнки милли бейеү улар менән айырылғыһыҙ бәйләнгән», - тине Радий Хәбиров.

Республикала яңы байрам – Милли бейеү көнө булдырыла
Республикала яңы байрам – Милли бейеү көнө булдырыла
Республикала яңы байрам – Милли бейеү көнө булдырыла
Республикала яңы байрам – Милли бейеү көнө булдырыла
Республикала яңы байрам – Милли бейеү көнө булдырыла
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: