-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ғафури йәш грэпплингсылары Волга буйы Федераль округы турнирында еңеү яулап, Грозныйға путёвка алды!

18-20 апрелдә Самара ҡалаһы Волга буйы Федераль округының (ПФО) 14 төбәгенән спортсыларҙы үҙенә йыйҙы.

Ғафури йәш грэпплингсылары Волга буйы Федераль округы  турнирында еңеү яулап, Грозныйға путёвка алды!
Ғафури йәш грэпплингсылары Волга буйы Федераль округы турнирында еңеү яулап, Грозныйға путёвка алды!

Ҡалалағы “Грация” спорт комплексында Волга буйы Федераль округы беренселегенә уҙған спорт көрәше – грэпплинг буйынса турнирҙа 500-ҙән ашыу егет-ҡыҙ ҡатнашты. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы составында Красноусолдағы “Лион” Спорт көрәше академияһы грэпплингысылары ла бар ине.

-Беҙҙең спортсылар бик лайыҡлы сығыш яһаны, - ти Ғафури спортсыларының тренеры Тетан Ягодкин. – Һәр береһе 3-4-әр ҡаты алыштарҙы үткәрҙе. Еңеү хаҡы бик юғары ине! Беренсенән, беҙ клуб һәм район намыҫын яҡлап ҡына ҡалманыҡ, ә бөтөн Башҡортостан Республикаһы өсөн дөйөм уңыш килтерҙек. Икенсенән, был турнирҙа еңеү айырыуса етди ярышта – Ил беренселегендә сығыш яһарға путёвка бирә.

“Кимоноһыҙ грэпплинг” бүлегендә пьедесталдың иң юғары үренә Владислава Рогожина, Нелли һәм Иршат Әбделмәновтар күтәрелһә, бронза миҙалды Алмаз Әхмәтйәнов яуланы.

“Кимонолы грэпплинг” бүлегендә командаға “алтын”ды Иршат Әбделмәнов килтерҙе. Көмөш миҙалдарҙы дөйөм копилкаға Владислава Рогожина, Вадим Баймырҙин һәм Нелли Әбделмәнова һалды. Өсөнсө дәрәжәле баҫҡысҡа Алмаз Әхмәтйәнов менән Эмиль Батыршин күтәрелде.

Ағымдағы йылдың июль аҙағында беҙҙең йәш спортсылар Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһында үтәсәк Рәсәй беренселегендә республика йыйылма командаһында үҙҙәренең көс-таҫыллығын күрһәтәсәк.

Ғафури йәш грэпплингсылары Волга буйы Федераль округы  турнирында еңеү яулап, Грозныйға путёвка алды!
Ғафури йәш грэпплингсылары Волга буйы Федераль округы турнирында еңеү яулап, Грозныйға путёвка алды!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: