+2 °С
Ҡар
Был парта ошо мәктәпте тамамлаған, махсус хәрби операцияла беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ һәм тыныс күк йөҙө өсөн 33 йәшендә батырҙарса һәләк булған гвардия майоры Евгений Сергеевич Драгуновский иҫтәлегенә арналды. Герой партаһында батырҙың фотоһүрәте ҡуйылған, уның биографияһы, ҡаҙаныштары яҙылған. Уның артына мәктәптең иң тырыш, иң һәләтле һәм әүҙем уҡыусылары ғына ултырырға лайыҡлы.
Сарала Геройҙың ҡатыны, ата-әсәһе, педагогтар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Ватан һаҡсыһы бер минут тын ҡалып иҫкә алынды һәм сәскәләр һалынды.