+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ғафури полиатлонсылары – XXXII Ауыл спорт уйындарында

7-9 июндә Туймазы ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы XXXII Ауыл спорт уйындарының полиатлон буйынса ярыштары үтте.

Ғафури полиатлонсылары – XXXII Ауыл спорт уйындарында
Ғафури полиатлонсылары – XXXII Ауыл спорт уйындарында

Унда районыбыҙ спортсылары ла ҡатнашып, спорт снарядтарын ырғытыуҙа, пневматик мылтыҡтан атыуҙа, ҡыҫҡа һәм оҙон дистанцияла йүгереүҙә һәм йөҙөүҙә үҙ көстәрен һәм таҫыллыҡтарын һынаны. Бәйгеләр һөҙөмтәләре буйынса районыбыҙҙың йыйылма командаһы еңеүгә өлгәште. Шәхси беренселектә Елисей Николаев – 1-се, Данияр Сәйфуллин менән Лиана Хәкимова 3-сө урындар яуланы.

Районыбыҙ спортсыларын уңышлы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Ғафури полиатлонсылары – XXXII Ауыл спорт уйындарында
Ғафури полиатлонсылары – XXXII Ауыл спорт уйындарында
Ғафури полиатлонсылары – XXXII Ауыл спорт уйындарында
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: