+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Красноусол” шифаханаһы – Рәсәйҙең иң яҡшы шифаханаһы

Шифахана-һауыҡтырыу учреждениеһы был ҙур награданы Ярославлдә үткән ХХХIII Бөтә Рәсәй  “Шифахана-2024” форумында яуланы.

“Красноусол” шифаханаһы – Рәсәйҙең иң яҡшы шифаханаһы
“Красноусол” шифаханаһы – Рәсәйҙең иң яҡшы шифаханаһы

“Красноусол” шифаханаһы был юғары баһаға шифахана эксперттары советы тарафынан лайыҡ булды. Бынан тыш, шифахана “Иң яҡшы шифахана-курорт инфраструктураһы” һәм “Шифалы ләмде дауалау-профилактик йәһәттән ҡулланыуҙың иң яҡшы технологиялары” номинацияларында ике алтын миҙал менән бүләкләнде.

Шифахана 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Милли курорттар ассоциацияһы тарафынан юбилей миҙалы менән бүләкләнде. Бүләктәрҙе РАН академигы, медицина фәндәре докторы, профессор Александр Разумов тапшырҙы.

“Красноусол” шифаханаһы – Рәсәйҙең иң яҡшы шифаханаһы
“Красноусол” шифаханаһы – Рәсәйҙең иң яҡшы шифаханаһы
“Красноусол” шифаханаһы – Рәсәйҙең иң яҡшы шифаханаһы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: