+2 °С
Ҡар
Районыбыҙҙың йәш граждандары үҙҙәренең иң тәүге, мөһим документтарын район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ҡулынан алдылар.
-Һеҙгә һәм барлыҡ үҫеп килгән йәш быуынға илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булыуығыҙҙы теләйем. Яҡшы уҡығыҙ, һәр эшкә яуаплы ҡарағыҙ, киләсәктә Ватан хаҡына эшләп, илгә файҙа килтерерһегеҙ һәм Рәсәй гражданы тигән юғары исемде намыҫ һәм ғорурлыҡ менән йөрөтөрһөгөҙ тип ышанам, - тигән теләктә ҡалды Фәнзил Фәйез улы Рәсәй гражданы паспортына эйә булып, илебеҙҙең тулы хоҡуҡлы граждандарына әүерелгән үҫмерҙәргә төбәп.