Спорт сараһы 26-28 июндә Салауат ҡалаһында “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтте. Унда республиканың иң яҡшы 19 командаһы ҡатнашты. Беҙҙең районды Гусельниковтар-Диченскаяларҙың татыу ғаиләһе күрһәтте. Ғаилә башлығы Дмитрий – “Газпром-газ бүлеү” ПАО-һында эшләй, Әлфиә һәм уның әсәһе Зилә Фәнир ҡыҙы Диченскаялар – эшҡыуарҙар. Ғаиләлә өс бала: Элина, Евгений һәм Савелий. Өс көн барған ярыштарҙа ҡатнашыусылар төрлө нормативтар тапшырҙы: атты, һикерҙе, тартылды, күтәрелде, йөҙҙө, ҡыҫҡа дистанцияға йүгерҙе. Ярыштар һөҙөмтәләре буйынса Ғафури командаһы беренсе урын яуланы. Әлфиә Диченская үҙ йәш төркөмөндә икенсе урынға лайыҡ булһа, Зилә Фәнир ҡыҙы үҙ йәш төркөмөндә абсолют еңеүсе булып танылды.