Байрамса матур итеп биҙәлгән залда “Барыһы ла ғаиләнән башлана” күргәҙмәһе, фотозона урын алған, күңелле көйҙәр яңғырай. Сараны алып барыусылар Гөлдәр Әбелғужина менән Рәүилә Йәнтүрина ғаилә парҙарын түргә саҡыра һәм барыһы ла үҙ урындарын алғас, байрам асыҡ тип иғлан ителә. Был көндө күркәм ғаилә парҙары: 50 йыл ғүмер кисереп, үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләгән Табын ауылынан Фәриҙә менән Тәлғәт Йомағоловтар, Красноусолдан Сажида менән Рәмил Сәйфуллиндар, Юлыҡтан Альмира менән Таһир Юлмөхәмәтовтар, 40 йыл (ҡыҙыл яҡут туй) татыулыҡта йәшәгән Красноусолдан Рәйлә менән Илгиз Абдрахмановтар, Елена менән Владимир Жуковтар, 35 йыллыҡтарын (туҡыма туй) билдәләгән Мария менән Александр Рудкевичтар, ағалы-ҡустылы, апалы-һеңлеле Ғәйфуллиндар ғаиләләре: ынйы (30 йыл) һәм көмөш туйҙарын (25 йыл) билдәләгән Илмир менән Лена, Марат менән Ләлә, шулай көмөш туйҙарын билдәләүсе Айгөл менән Руслан Зәйнетдиновтар тәбрикләнде.