+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Татыу ғаилә – ил күрке Ҡормантау ауылынан Ғиззәтуллиндар ғаиләһенә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылды

Ҡормантау ауылында матур итеп донъя көтөп, күптәргә өлгө булып йәшәгән Нурия Абдулла ҡыҙы менән Ғәли Абдулла улы Ғиззәтуллиндар ғаиләһе 8 июлдә – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Рәсәй Президенты указы нигеҙендә булдырылған “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.

Татыу ғаилә – ил күрке Ҡормантау ауылынан  Ғиззәтуллиндар ғаиләһенә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылды
Татыу ғаилә – ил күрке Ҡормантау ауылынан Ғиззәтуллиндар ғаиләһенә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылды

 

60 йыл бергә татыу ғүмер иткән мөхәббәтле ғаилә биш улды (Раил, Рифҡәт, Миҙхәт, Әхмәт, Наил)  бынамын тигән итеп тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған. 13 ейән-ейәнсәрҙәрен, өс бүлә-бүләсәрҙәрен ҡәҙерләп-һөйөп кенә тора улар. Бөгөн улдарының иң кесеһе Наил, килендәре Ләйсән, ейәнсәрҙәре Аделия, Эмилия, Йәсминә менән бергә төп йортта бәхетле ҡартлыҡтарын кисереп ғүмер йомғағын һүтәләр. Был көн Ғиззәтуллиндар өсөн икеләтә һөйөнөслө булды, быйыл бергә йәшәүҙәренең 60 йыллығын – гәүһәр (бриллиант) туйҙарын билдәләүсе ғаилә булараҡ, уларға республика Башлығы Р.Ф.Хәбировтың Ҡотлауы һәм иҫтәлекле бүләге тапшырылды. 

Татыу ғаилә – ил күрке Ҡормантау ауылынан  Ғиззәтуллиндар ғаиләһенә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылды
Татыу ғаилә – ил күрке Ҡормантау ауылынан  Ғиззәтуллиндар ғаиләһенә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылды
Татыу ғаилә – ил күрке Ҡормантау ауылынан Ғиззәтуллиндар ғаиләһенә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылды
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: