Уның эшендә район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары Юрий Палтусов, “Ростехнадзор” Идаралығының Стәрлетамаҡ территориаль бүлеге баш дәүләт инспекторы Олег Зуев, БР торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса Дәүләт комитетының көньяҡ округы (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) буйынса бүлек начальнигы Рушан Аҡбашев, “Газпром газ бүлеү-Өфө” ЯСЙ-е генераль директоры урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙиев, Ғафури, Ауырғазы, Ишембай, Мәләүез, Стрлетамаҡ, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка район һәм Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау ҡала башлыҡтарының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫарҙары, торлаҡ бүлеге начальниктары, директорҙар ҡатнашты. Был тармаҡтағы барлыҡ мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелде.