Мемориаль комплекс Ғафури районының “Табын” социаль-мәҙәни-иҡтисади үҫеш фонды тормошҡа ашырған “Батырҙарыбыҙҙың исемдәрен хәтерләйбеҙ!” проекты сиктәрендә эшләнгән. “Табын” фонды был эште Президент гранттары фонды ярҙамында башҡарған.
Тантаналы сарала район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, махсус хәрби оперпациянан ялға ҡайтҡан яугирҙар, һәйкәлде төҙөүҙә ҡатнашҡан кешеләр, ауыл халҡы һәм балалар ҡатнашты, ошо ауылда тыуып үҫеп, төрлө урындарҙа йәшәүселәр ҙә килгәйне.
(Тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ).