Илгиз Зиннәтулла улы Мирхәйҙәров 1976 йылдың 7 авгусында өс балалы ғаиләлә иң өлкәне булып, Оло Үтәш ауылында тыуған. 1983 йылда Ҡарағай урта мәктәбенә уҡырға төшөп, 1993 йылда 10-сы класты тамамлай. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инеп, 1998 йылда тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтендә эшләй. Артабан Себер тарафтарында вахта ысулы менән хеҙмәт юлын дауам итә. Үҙ теләге менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ғаиләле, ҡатыны Рәмилә Ишбулды ҡыҙы менән ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2023 йылдың 20 майында һәләк була.
Матәм митингыһы һәм һалдат менән бәхилләшеү Ҡарағай ауылында үтте. Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатырға уның яҡындары, туғандары, ауылдаштары, биләмә халҡы, шулай уҡ район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссары Файруз Ғимаҙиев, Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм башҡалар килде.
Тыуған илебеҙ хәүефһеҙлеген яҡлап ғүмерен биргән Ватан һаҡсыларын юғалтыу бик ауыр, һәр үлем осрағы йөрәкте һыҡрата, тип билдәләне сығыш яһаусылар.
И.Мирхәйҙәровтың әсәһе Зәйнәб Әсҡәт ҡыҙына мәңгелек һаҡлауға Рәсәй Федерацияһы флагы тапшырылды.
Илгиз Зиннәтулла улы тыуған ауылы Оло Үтәш ауылы зыяратында ерләнде. Тыныс йоҡла, ҡаһарман яугир!
ВК49855