+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Батырға мәңгелек дан!

Районыбыҙға тағы ауыр ҡайғы килде. 21 июлдә Аҡташ һәм күрше ауылдар һәм район халҡы Украиналағы махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ – контракт хеҙмәте яугиры, гвардия рядовой Айрат Шәрәфетдиновты һуңғы юлға оҙатты.

Батырға мәңгелек дан!
Батырға мәңгелек дан!

Айрат Марат улы Шәрәфетдинов 1985 йылдың 15 авгусында Иглин районының Кудеевка ауылында тыуған. Ғаиләләре 1997 йылда Ғафури районына күсеп төпләнә. 9-11-се класты Ҡауарҙы урта мәктәбендә уҡып, тамамлай. Красноусолдағы 130-сы һанлы һөнәрселек училищеһында һөнәр ала. 2003 йылда әрме хеҙмәтенә алынып, Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайта. Артабан вахта ысулы менән эшләй. 2023 йылдың 18 сентябрендә контракт төҙөп, үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланып, парашют-десант ротаһында тоҫҡаусы (наводчик) булып, нацистарға ҡаршы алыша. Әммә 2024 йылдың 3 июлендә ҡаты һөжүм ваҡытында батырҙарса һәләк була.

Матәм митингыһы һәм һалдат менән бәхилләшеү Красноусолда үтте. Айрат Марат улы Аҡташ ауылы зыяратында ерләнде.

Яҡташыбыҙ ил именлеге, яҡты киләсәк өсөн ғүмерен бирҙе. Ул яҡындарының, ауылдаштарының күңелендә мәңге йәшәр. Батырға мәңгелек дан! Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, ҡаһарман яугир!

Батырға мәңгелек дан!
Батырға мәңгелек дан!
Батырға мәңгелек дан!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: