-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тарихыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Билдәле булыуынса, Республика Башлығы гранттары фонды гражданлыҡ йәмғиәте институттарын  үҫтереүҙә  ҡатнашҡан һәм  социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам күрһәтә.

Тарихыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
Тарихыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Башҡортостан Башлығының республикала граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары Радий Хәбиров указы менән 2019 йылда булдырылғайны. Был эш менән Республиканың Берҙәм грант операторы шөғөлләнә. Башҡортостан Республикаһы Башлығының Гранттар фонды төбәктәге социаль әһәмиәтле проекттарға һәм башланғыстарға булышлыҡ итеүҙә мөһим роль уйнай. 2020 - 2024 йылдарҙа Фонд 17 конкурс үткәрҙе, 3692 ғаризаның 745 социаль әһәмиәтле проектын хупланы. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шуларҙың 852,5 миллион һумы - республика бюджетынан, 364,86 миллион һумы Президент гранттары фондын берлектә финанслауҙан килгән аҡса.

 

Май-июнь айҙарында ошондай бер нисә грант конкурстары буйынса беренсе конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Был конкурста районыбыҙҙан гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған дүрт ойошма еңеп, 3,9 млн һумлыҡ грантҡа эйә булды. Улар: Имәндәш ауыл биләмәһенең үҫешенә ярҙам фондының  “Тартылыу урыны – спорт һәм ғаилә” (“Место притяжения – спорт и 7я”) проекты (1 709 207,80 һум), “Табын” фонды (Сәйетбаба) “Тере тарих” (“Живая память”) проекты (618 096 һум), “Тыуған ауыл” Красноусол ауылы биләмәһе үҫешенә ярҙам итеү фонды “Красноусол: тарих ҡулсаһы” (“Колесо истории: Красноусольский”) проекты (601 279,92 һум) һәм “Ғафури районы үҫешенә булышлыҡ итеү” Хәйриә фонды “Ярҙам йәнәшәлә. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге” проекты (972 631,45 һум).

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы: “Республикала грант ярҙамының яҡшы төҙөлгән системаһы булдырылды. Һуңғы биш йылда йәмәғәт учреждениелары 1,5 миллиард һум самаһы ошондай ярҙам ала. Беҙҙең коммерцияға ҡарамаған сектор Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Ярҙам алғандарҙың күп булыуы ҡыуандыра”.

 

Римма Ишмырҙина, “Табын” фонды етәксеһе:

  • 2023йыл “Табын” фонды өсөн бик уңышлы булды. Беҙ Сәйетбаба һәм Ҡаранйылға ауылдарында 3 социаль әһәмиәтле проектты тормошҡа ашырыуҙы дауам иттек, уларҙың сифат күрһәткестәре булып: «Мин Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейында башҡорт телен өйрәнәм» проекты Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты средстволарын файҙаланып тормошҡа ашырылды. Икенсе проект буйынса Сәйетбабала – моноэтник составы булған иң ҙур башҡорт ауылында «Йыйын» нәҫелдәр байрамы уҙғарылды. Проект Сәйетбаба ауылының эре нәҫелдәре фестивален, халыҡ кәсептәре, һөнәрселек оҫталары күргәҙмәләрен үҙ эсенә алды. Йыйынға билдәле бер фамилия вәкилдәре йыйылды. Ауылыбыҙҙың төп ете нәҫеленең шәжәрәләре төҙөлдө.  

Өсөнсө проект буйынса иһә Башҡортостан Республикаһы Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранты аҡсаһына "Бәхетле бала саҡ” күп функциялы балалар спорт-уйын майҙансығы” проектын тормошҡа ашырҙыҡ. Эш һөҙөмтәһендә Сәйетбаба ауылында беренсе күп функциялы балалар спорт-уйын майҙансығы булдырыла. Һөҙөмтәлә Сәйетбаба ауылы балалары һәм үҫмерҙәре ваҡытын әүҙем үткәрә, сәләмәт йәшәү рәүешенә ҡушыла. Майҙансыҡ ауыл балалары тарафынан әүҙем ял, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү, шулай уҡ балалар баҡсаһы мәктәпкәсә йәштәге балалары һәм ауыл уҡыусылары менән саралар үткәреү өсөн файҙаланыла.

Ә инде быйылғы еңеүебеҙ - “Тере тарих” (“Живая память”) проектына ярашлы Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған Туғай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға мемориаль комплекс төҙөү күҙаллана. Был инициатива менән ошо ауыл халҡы үҙе сыҡты. Әлеге көндә эштәр башланды ла инде. Обелиск буласаҡ майҙансыҡ урыны билдәләнде, кәртәләп алынды, ветерандарҙың исемлектәре әҙер. Әйткәндәй, уларҙың исемдәре өс исемлек яҙылған гранит таҡтаташтарҙа ( беренсеһендә – һуғышта үлеп ҡалғандар, икенсеһендә – ҡайтҡас үлгәндәр, өсөнсөһөндә – хеҙмәт армияһында һәләк булғандар) буласаҡ. Ошонда уҡ Еңеү аллеяһы буласаҡ, тротуар плиткаларынан һуҡмаҡ, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Сентябрь айында мемориаль комплексты асыу һәм артабан ошонда тиҫтәнән ашыу сара уҙғарыу планға ингән. Был проект бөгөнгө көндә бик мөһим һәм көнүҙәк булған үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, данлы тарихыбыҙҙы тергеҙеүгә һәм байытыуға, һаҡлауға  бағышлана.

Тарихыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
Тарихыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
Тарихыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
Тарихыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: