Гимназия уҡыусыларын, уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе, атай-әсәйҙәрҙе, олатай-өләсәйҙәрҙе Белем көнө менән ҡотларға мәртәбәле ҡунаҡтар: район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Красноусол” шифаханаһы директоры, “Почётлы гимназист” Рәмил Рафаил улы Бәҙретдинов, махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир Илнур Миңләхмәт улы Ғөбәйҙуллин килде. Белем иленә юлға сығыр алдынан уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙеләр.
Тантанала гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова сығыш яһап, барыһын да Белем көнө айҡанлы ҡотланы, гимназистарҙың уңыштарын барланы, уҡыу йортоноң республиканың иң яҡшы 5 мәктәбе исемлегенә инеү шатлығы менән уртаҡлашты, артабан да һынатмауҙарын, уңыштар теләне.
Тантаналы линейкала 1-се класҡа уҡырға килеүселәргә һүҙ бирелеп, улар Белем байрамын шиғырҙары менән байытты. Директорҙың кәңәшсеһе Әлфиә Солтанғолова байрам тантанаһы менән ҡотланы.
Бына, ниһайәт, тулҡынландырғыс – тәүге ҡыңғырау сыңлау мәле етте. Тәүге ҡыңғырауҙы 1-се класҡа уҡырға төшкән Виктория Локоленко менән 11-сенән уҡыу алдынғыһы Айназ Мәхийәнов яңғыратҡандан һуң, уҡыусылар тәүге дәрескә таралышты.