Был ҡарар ғаиләләрҙе яҡлау һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендәге сәйәсәтте популярлаштырыу маҡсатында ҡабул ителде. Был йүнәлеш республикабыҙҙа ла өҫтөнлөклө булып тора. Шулай уҡ районыбыҙҙа ла эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Күп балалы ғаиләләргә ер участкаһы урынына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бер тапҡыр бирелгән 250 мең һум күләмендәге аҡсалата түләүгә сертификаттар тапшырыла килә.
Республика көнө алдынан, 9 октябрҙә, район хакимиәтендә тантаналы шарттарҙа күмәк балалы дүрт ғаиләгә ер участкаһы урынына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға аҡсалата түләүгә таныҡлыҡтар тапшырылды. Был көндө шулай уҡ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған дүрт етем үҙҙәренә тәғәйен фатирҙарҙың асҡыстарын алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Уларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Нурсилә Хәсәнова тапшырҙы. Сараны район мәҙәниәт һарайы артистарының йыр-моңдары биҙәне.