-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хәҙер контрактты бер тәүлектә, бер урында төҙөргә була

Контракт төҙөүселәргә дөйөм түләүҙәр эш хаҡы менән бергә иҫәпләгәндә, 3825000 һум тәшкил итәсәк.

Хәҙер контрактты бер тәүлектә, бер урында төҙөргә була
Хәҙер контрактты бер тәүлектә, бер урында төҙөргә була

Өфөлә граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү буйынса берҙәм тәҙрә принцибы буйынса “Защитник” пункты эшләй башланы. Бынан ары Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйырға теләгәндәр өсөн белешмәләр йыйыу һәм медосмотр үтеү өсөн төрлө адрестар буйлап йөрөү кәрәкмәй. Хәҙер бөтәһен дә бер урында һәм бер тәүлек эсендә эшләргә була.

Пунктты “Черемушки” һауыҡтырыу шифаханаһы (Өфө, Элеватор урамы, 15) нигеҙендә асҡандар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән яҡта, Мелькомбинат районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостан кешеләре лә, башҡа төбәктән килгәндәр ҙә мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың ҡайҙа теркәлеүе мөһим түгел, 18-ҙән 65 йәшкә тиклем булыуҙары кәрәк. Үҙең менән паспорт, хәрби билет, ғаилә хәле тураһында документтар, белем тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН кәрәк.

Үҙәктә хәрби комиссариат вәкилдәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттар тиҙ арала медкомиссия үтә, анализдар тапшыра, документтарын тәртипкә килтерә, кәрәк булһа “Мир” банк картаһын ала (унда хеҙмәт хаҡы һәм башҡа түләүҙәр киләсәк). Ошонда уҡ кешеләр ҡуна алһын өсөн номерҙар әҙерләнгән, өс тапҡыр ашатыу ҡаралған. Был хеҙмәттәр бушлай бирелә. Үҙәктән граждандар шунда уҡ хәрби команда составында хеҙмәт итеү урынына юлланасаҡ.

Шулай уҡ хәҙер Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырылды. Шулай итеп, дөйөм түләмдәр эш хаҡы менән бергә иҫәпләгәндә, 3825000 һум тәшкил итәсәк. Башҡортостанда контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ башбат.рф сайтында йәки +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса белергә була.

Хәҙер контрактты бер тәүлектә, бер урында төҙөргә була
Хәҙер контрактты бер тәүлектә, бер урында төҙөргә була
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: