-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Районда йөҙөнсө туй!

Республика көнө алдынан Ғафури районы ЗАГС бүлегендә никах теркәү тураһында 2024 йылдағы йөҙөнсө акт теркәлде.

Районда йөҙөнсө туй!
Районда йөҙөнсө туй!

5 октябрҙә Артур Марат улы Мәҡсүтов менән Лира Миниәхмәт ҡыҙы Шафиҡова сәстәрен сәскә бәйләне. Йәштәр был яуаплы аҙымға бик етди, төплө уйлап барған. Тап бергә ғаилә ҡороп йәшәү уларҙың мөнәсәбәттәрен тағы ла ныҡлыраҡ һәм тотороҡлораҡ итеренә улар ныҡлы ышана.

Ғаилә башлығы Артур Марат улы вахта буйынса эшләй, ә Лира Миниәхмәт ҡыҙы Красноусол үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт итә.

Йәштәргә никах теркәү тураһында таныҡлыҡ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың Ҡотлау адресы һәм, ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете теләп, иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: