+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

"Еңеү поезы" Өфөлә уникаль күргәҙмә тәҡдим итәсәк

Күсмә экспозиция республикабыҙ баш ҡалаһында була.  Өфө ҡунаҡтары һәм унда йәшәүселәр 23 һәм 24 октябрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында уникаль күргәҙмәне бушлай ҡарай аласаҡ. Бының өсөн проекттың сайтында интернет-теркәү үтеү мөһим.

"Еңеү поезы" Өфөлә уникаль күргәҙмә тәҡдим итәсәк
"Еңеү поезы" Өфөлә уникаль күргәҙмә тәҡдим итәсәк

Күргәҙмә-музей тимер юлы вокзалдарында урынлашасаҡ. “Еңеү поезды” -  хәрәкәт иткән поезда урынлашҡан донъялағы тәүге интерактив күргәҙмә. 10 тематик вагон Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған. 2023 йылдан ул хәрби трибуналдар тураһында яңы вагон менән тулыланған.

Теркәлеү үткәс, билетты проект сайтында бушлай алырға мөмкин. Поезд килгәнгә тиклем бер тәүлек алдан теркәлеү асыла. Теркәлгән билет күрһәтелгән электрон почтаға килә. Был күргәҙмә 12 йәштән өлкәндәргә тәҡдим ителә. Кесе йәштәгеләр өлкәндәр менән генә үтә ала.

Төркөмдәр биш минутлыҡ интервал менән инә. Шуға ла был сараға һуңламау мөһим.  

Фото: "Республика Башкортостан" гәзите. 

"Еңеү поезы" Өфөлә уникаль күргәҙмә тәҡдим итәсәк
"Еңеү поезы" Өфөлә уникаль күргәҙмә тәҡдим итәсәк
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: