Унда Бәләбәй, Октябрьский, Туймазы, Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә, Бишбүләк, Йәрмәкәй райондары журналистары, “Республика Башҡортостан” Нәшриәт йорто, БР Журналистар союзы, Йәрмәкәй районы хакимиәте вәкилдәре йыйыла. Ҡатнашыусыларҙы бай йөкмәткеле программа көтә.
Билдәле һәм тәжрибәле спикерҙар журналистарҙы ҡыҙыҡлы һәм сифатлы мәҡәлә яҙырға, нейроселтәр менән ҡулланырға, сифатлы фотографиялар эшләргә өйрәтә.
РФ Журналистар союзы секретары, «Журналистика һәм медиабаҙар» журналының баш мөхәррире аҙналыҡтың үҙенсәлектәре хаҡында һөйләйәсәк. Зөһрә Сәйетҡолова, Станислав Шахов, Дарья Касьянова, Азамат Абдрафиҡов кеүек профессионалдар принтта, сайттарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле контент булдырырға өйрәтәсәк.
Быйыл был - ҡала һәм район гәзиттәренең район-ара ижади берекмәләре журналистарының йомғаҡлау семинары. "Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт" проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла
#АНОРазвитие
#ГрантыРБ #ФСГОРБ#смигранты2024
#МастерскаяЖурналистики