Традицион рәүештә сара Приморье крайынан алып Калининградҡа тиклем ҡунаҡтарҙы йыйҙы. Уның барышында 18 йәштән өлкән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе комплекслы реабилитациялау системаһын булдырыу мәсьәләләре ҡараласаҡ.
Йәмғиәттә һаулығы сикләнгәндәргә һуңғы йылдарҙа даими иғтибар бирелә, улар өсөн бар шарттар яраҡлаштырыуҙары ҡыуаныслы.
Был форумда төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Шулай уҡ спорт-кәрәк яраҡтары, медицина буйынса кәңәштәр алырға мөмкинлек бар. «Яҡшы Республика» хәйриә йәрминкәһе менән дә таныша алаһығыҙ.
«Балиғ булмағандарҙың һаулығын һаҡлау һәм уларға квалификациялы психологик, психиатрик ярҙам күрһәтеү» тип аталған «түңәрәк өҫтәл»дә психиатрҙар, психотерапевтар, клиник психологтар ҡатнашты.
«Хәҙерге йәштәрҙең психик һаулыҡ проблемаларын хәл итеү юлдары» темаһы менән Санкт-Петербург ҡалаһынан ғалим, медицина фәндәре психиатры Игорь Валерьевич Добряков сығыш яһаны.
Балаларҙың ваҡытына иғтибар бирергә, кәңәшләшергә, быуындар бәйләнешен тергеҙергә саҡырҙы ул. Республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам итеү үҙәге директоры Ләйсән Зиннур ҡыҙы Ғайсина республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләүсе психологтарға күсмә семинарҙар ойошторолоуы,шулай уҡ ата-әсәләргә кәңәштәр бирелеүен белдерҙе. Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәге директоры Галина Александровна Ануфриева псхологтарға мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡмаҫҡа, бигерәк тә ата-әсәләрҙең ваҡытында балаға иғтибар бүлергә, төрлө күрәҙәселәргә сапмаҫҡа саҡырҙы. Үҫмерҙәр үҙҙәрен яңғыҙлыҡта тоймаһын, кәңәштәрҙән ҡурҡмаһын, ҡабул итергә өйрәнһен, тине ул үҙенең сығышында. «Ғаилә» республика ресурс үҙәгенең директор урынбаҫары, психолог Анна Висановна Сәлмәнованың да ата-әсәләргә әйтер һүҙҙәре, файҙалы кәңәштәре күп ине. «Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылығыҙ, өйрәнегеҙ, күберәк уҡығыҙ, балаларығыҙға өлгө булығыҙ», - тине ул.