Вәхитов Венер Фәнир улы 1982 йылдың 2 июлендә Ишембайҙа тыуған. Башҡорт дәүләт университетын «юриспруденция» һөнәре буйынса, Башҡорт дәүләт аграр университетын «урман хужалығы»һөнәре буйынса тамамлаған. 2004-2007 йылдарҙа-Башҡортостан мәғариф министрлығының юридик секторының әйҙәүсе белгесе. 2007 йылдан 2008 йылдың сентябренә тиклем - тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса Идаралығының мәғлүмәт-аналитика, кадрҙар һәм юридик тәьминәт бүлегенең баш белгес-эксперты. 2008 йылдың сентябренән 2018 йылдың ғинуарына тиклем - Башҡортостан урман хужалығы министрлығының хоҡуҡи һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы. 2018 йылдың 1 ноябренән 2024 йылдың октябренә тиклем - Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары.