Иртән ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, йәрминкә рәсми рәүештә 10-да асылып, бында барлыҡ ауыл хужалығы тауарҙарын һатып алырға мөмкин ине. Һатып алыусылар ҙа, сауҙа итеүселәр ҙә күп булды. Хаҡтар сағыштырмаса арзанлығы менән һөйөндөрҙө.