+28 °С
Болотло
Антитеррор
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
7 Ноябрь 2024, 07:25

Бөгөн Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнө

Йыл һайын Рәсәйҙә иҫтәлекле дата – 1917 йылдағы Октябрь революцияһы көнө билдәләнә. СССР тигән ҙур илебеҙ осоронда был байрам, йәғни 7 ноябрь - Бөйөк Октябрь революцияһы көнө, мөһим даталарҙың береһе ине. Ил тарихында, Рәсәйҙең артабанғы үҫеш юлын билдәләүҙә революцияның роле ҙур, - ти ғалимдар.

Бөгөн Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнөБөгөн Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнө
Бөгөн Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнө

1917 йылдың октябрендә (яңы стиль буйынса — ноябрь) Рәсәйҙә башҡарылған һәм бөтөн донъяның артабанғы тарихы барышына йоғонто яһаған ХХ быуаттың иң ҙур сәйәси ваҡиғаларының береһе була ул. Революция һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә Граждандар һуғышы башлана, Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатыла һәм власҡа Советтарҙың II Бөтә Рәсәй съезы тарафынан ойошторолған хөкүмәт килә.

Советтар Союзы тарҡалғанға тиклем 7 ноябрь илдең төп байрамы булараҡ билдәләнде. Октябрь революцияһы Башҡортостан өсөн дә эҙһеҙ үтмәгән, ауылдарҙы үҫтереү, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, башҡа йүнәлештәрҙә мөмкинлектәр асыла, башҡорттар илдә тәүгеләрҙән булып автономия ала, үҙ Республикаһын булдыра. Ут эсендә тыуып, хеҙмәттә үҫеп, көрәштә сынығып, үҙ бәхетен ҡоя Башҡортостаныбыҙ. Киләсәктең яҡты көндәренә ныҡлы аҙымдар менән килә.

Был көн күптән инде ҡыҙыл дата булмаһа ла, коммунистик ҡарашлы граждандар уны байрам итеп билдәләүен дауам итә. Бөгөнгө мул, тыныс тормошҡа тап Октябрь революцияһы нигеҙ һалған. Шуның өсөн дә был байрам беҙҙең өсөн әһәмиәтле.

Был көндө Октябрь революцияһының 107 йыллығы уңайынан район коммунистары Владимир Лениндың һәйкәленә сәскәләр һалды. Шулай уҡ район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, хаҡлы ялдағы ветеран Нурый Фәхретдинов илебеҙ тарихының бер сәхифәһе булып һаҡланған ошо көн тураһында һөйләп үттеләр. “Иң мөһиме - ерҙә тыныслыҡ хөкөм һөрһөн, дәүләттәр, халыҡтар татыу йәшәһен, балалар бәхетле үҫһен”, тигән изге теләктәрен еткерҙе улар.

Бөгөн Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнө
Бөгөн Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнө
Бөгөн Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнө
Бөгөн Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнө
Бөгөн Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнө
Бөгөн Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнө
Бөгөн Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнө
Бөгөн Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнө
Бөгөн Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнө
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас