Йола ижады – быуаттар буйы халыҡтың тормош-көнкүрешен, рухи байлығын сағылдырыусы боронғо мираҫ. Кеше йола менән яҡты донъяға тыуған, йола менән мәңгелек донъяға оҙатылған. Әллә нисәмә быуатлыҡ тарихы булған халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бик күп. Шуныһы ҡыуаныслы, улар ҡулланыла, тулылана.
Сағыу, үҙенсәлекле конкурста беренсе урын урын "Тамаша" коллективына ("Ауылаҡ өй" йолаһы, Н.А.Мәжитов исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 8 “А” һәм 8 “Б” класс уҡыусылары, етәкселәре Л.М.Рафиҡова, Л.Ф.Ишулдина) һәм Балалар ижады үҙәгенең “Бәхет ҡошо” коллективына (“Петр һәм Февронияның мөхәббәт тарихы” йолаһы, етәкселәре Е.С.Симанович), икенсе урын “Талантиум” коллективына (“Кәбеҫтә тоҙлау” йолаһы, етәкселәре О.П.Безовчук), 3 урын - "Хазина" коллективына (“Бал һығыу” йолаһы, етәкселәре Ә.Н.Сәлимйәнова) бирелде. "Хореография-Альянс" ижади берекмәһе уҡыусылары ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы музыкаль номерҙар менән ҡыуандырҙы.
Халҡыбыҙ милли асылын юғалтмаһын, киләсәккә ышаныслы баҡһын тиһәк, иң беренсе ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү фарыз. Бигерәк тә, үҫеп килгән быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә халҡыбыҙ йолаларының әһәмиәте ҙур. Сарала балалар үҙ сығыштарын тиҫтерҙәре хөкөмөнә тәҡдим итеп кенә ҡалманы, бер-береһенең сығыштарын ҙур кинәнес менән ҡарап, фәһем алды, тәжрибә тупланы.