+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
8 Ноябрь 2024, 15:15

Шәмбе республикала дауыллы ел һәм боҙло ямғыр фаразлана

Башҡортостанда боҙло ямғыр һәм ел тиҙлеге секундына 27 метрға етеүе сәбәпле һауа торошо хәүефенең ҡыҙғылт һары кимәле иғлан ителде. Бөгөн төндә һауа торошо насарая, шәмбелә лә насар күренештәр фаразлана.

Шәмбе республикала дауыллы ел һәм боҙло ямғыр фаразлана
Шәмбе республикала дауыллы ел һәм боҙло ямғыр фаразлана

Ҡар, урыны менән боҙло ямғыр яуыуы, боҙлауыҡ булыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе көтөлә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ фаразлана. Ел тиҙлеге секундына 15-20 метрға етәсәк, урыны менән көслө дауыллы ел иҫеүе ихтимал (секундына 25-27 метрға тиклем. Һауа температураһы -2 ...-7°C, көньяҡ-көнсығышта -12°C тиклем, көндөҙ -2...+3°C.

Шәмбе республикала дауыллы ел һәм боҙло ямғыр фаразлана
Шәмбе республикала дауыллы ел һәм боҙло ямғыр фаразлана
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: