+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаҙылыҡ

Ҡаҙылыҡ – башҡорттарҙың бик борондан килгән ҡәҙерле һый-хөрмәт ризығы. Был ашамлыҡ тик йылҡы итенән һәм эс майынан әҙерләнә. Ҡаҙылыҡ өсөн һимеҙ  һум ите алына. Итте ваҡлап турағыҙ ҙа тоҙ, борос һибеп, улар һеңһен өсөн яҡшылап бутағыҙ.

Ҡаҙылыҡ
Ҡаҙылыҡ

Итте эмаль кәстрүлгә һалып бер тәүлеккә һалҡынға ҡуйып тороғоҙ. Ҡаҙылыҡ өсөн алынған эсәкте яҡшылап йыуығыҙ  ҙа бер яҡ башын бәйләп ҡуйығыҙ. Әҙер ит менән эсәкте тултырығыҙ. Тултырғанда  ит менән майлы  ит киҫәген  йәки ат майын аралаштырып һалығыҙ.  Шуны иҫәпкә алырға кәрәк: эсәккә тултырылған иттең  майы 30 % тәшкил итергә тейеш. Итте тултырғас, эсәктең башын ныҡ итеп бәйләгеҙ. Әҙер ҡаҙылыҡты туңдырғысҡа һалып ҡуйырға. Бешерер алдынан уны иретергә, бүҫелмәһен өсөн ҡайнап сығыр алдынан бер нисә урындан нәҙек энә менән тишкеләп алырға мөмкин. Әҙер ҡаҙылыҡты  әкрен генә ҡайнатып бешерегеҙ. Ҡайнап сығыуға бер нисә урындан тишегеҙ.

Ҡаҙылыҡ
Ҡаҙылыҡ
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: