+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”

Кисә район мәҙәниәт һарайында “Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтәбеҙ” тип аталған патриотик сара үтте. Унда Красноусолдың 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәре, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол гимназия-интернаты, Табын коррекция мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылар йыйылғайны. Һәр мәктәп патриотик темаға бай күргәҙмә лә әҙерләгәйне. Был сарала махсус хәрби операция яугирҙары Илья Николаевич Макаров менән Руслан Рәшит улы Әхибйәновтың ҡатнашыуы ла ҙур мәртәбә булды. Улар үҙҙәренең яу юлдары, ҡаһарманлыҡтары тураһында һөйләп үтте.

“Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”
“Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”

 Илһөйәрлек, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, Тыуған илгә һөйөү тураһында яңғыраған  йырҙар, шиғырҙар һәр кемдең күңеленә хуш килде.  Уҡыусыларҙың ихлас сығыштары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре булып яңғыраны. Шулай уҡ МХО яугиры Илнур Ғөбәйҙуллиндың ҡурайҙа төрлө көйҙәр уйнауын барыһы ла көслө алҡыштарға күмде. Сараны йәмле, йәнле итеп район мәҙәниәт һарайы методисы Елена Рябова алып барҙы. Патриотик сара бик матур, фәһемле үтте.

“Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”
“Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”
“Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”
“Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”
“Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”
“Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”
“Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”
“Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”
“Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”
“Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”
“Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”
“Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: