Үҫмер саҡта һәр кем үҙен күрһәтергә тырышты: кем яҙ көнө иң беренсе һыу инә, ҡулы менән йылан тота, тәкмәс атып һикерә белә... Ошо ярыштарҙа еңеүселәргә һоҡланып, көнләшеп ҡарай торғайныҡ. Кеше баҡсаһына төшөү ҙә батырлыҡҡа һанала ине. Мичурин тип йөрөткән Абдулла Рәхимов бабайҙың төрлө йәшелсәләр үҫкән баҡсаһы үҙенә тартып торор ине. Алабейә тауынан ҡараһаң, тигеҙ рәт булып үҫкән кәбеҫтәләр, кишер, сөгөлдөр, шалҡан түтәлдәре күҙҙең яуын ала. Баҡса ныҡлы һаҡлана, һуҙылған епкә тейһәң, буш консерва ҡалайҙары, ҡыңғырауҙар шылтырай башлай, лаулап эт өрә. Осло ҡаҙаҡ ҡаҡҡан таҡталар ҙа, хатта ҡапҡан да һалынған тип һөйләнеләр. Шуҡ, сос, шаян Сәлих һәм Рәжәп баҡсаға төшә алдыҡ тип, шатланып килеп инделәр. Береһенең бите сыйылған, икенсеһенең салбары йыртылған, кишер менән һыйлағайнылар, ышандыҡ...
Күп йылдар үткәс, хәтирәләргә бирелеп, баҡсасы бабайҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһындым.
Абдулла Сәлим улы Рәхимов 1894 йылда хәҙерге Ишембай ра-йоны Әрмет ауылында тыуған. 1914 йылда батша армияһына алына, Герман һуғышында ҡатнаша. Октябрь революцияһын Петроградта ҡаршылай, Псков эргәһендәге һуғышта ҡаты яралана, контузия алып, тыуған яҡтарына ҡайтып китә. Өйләнеп, үҙенең хужалығын булдырып, тыныс тормошта йәшәй башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коллективлаштырыу башлана, репрессиялар, эҙәрлекләүҙәр көсәйә. Ошо шарттарҙа Белорет районы Егәҙе эшселәр посёлогына ғаиләһе менән күсеп килеп, су-йын иретеү заводында эш башлай. "Горновой" һөнәрен үҙләштереп, маҡтаулы эшсе булараҡ грамота менән бүләкләнә. Ғәрәп һәм рус телендә яҙылған грамота әле һаман Белорет ҡалаһында йәшәүсе Рафиҡ улында һаҡлана.
Завод шартлағас, эшһеҙ ҡалған Абдулла бабайҙы мәжбүри рәүештә Баҡыйҙа урынлашҡан ағас әҙерләүсе артелгә пекарь (икмәк бешереүсе) итеп ебәрәләр. Баҡыйҙан өс километр алыҫлыҡта урынлашҡан Пристин (пристань) тигән туғайҙа бер нисә ғаилә, эшселәр өсөн барак, пекарня була. Артель эшселәре ағас әҙерләп, Еҙем йылғаһынан ағыҙалар. Абдулла бабай Баҡый, Һаралы ауы-лы кешеләренә икмәк бешерә. Оло Шешәнәк тамағында кеше йөрөрлөк баҫма була, һыу ташҡан осорҙа икмәкте йөкмәп, Бертором, Өмөй ташы аша Һаралыға ташығандар. Оҙаҡ бирелеп эшләй егәрле ир-егет, Мөбинә апай менән тырышып донъя көтәләр, 7 бала үҫтерәләр, кесе улдары Рафиҡ 1949 йылда донъяға ауаз һала. 1953 йылда Баҡый ауылының Туғай урамында төпләнәләр. Өй һалып сығып, Абдулла төп эшенән тыш яратҡан шөғөлө - баҡсасылыҡҡа тотона. Урамында һыу һибергә ҡойо ҡаҙа, күп хеҙмәт һалғас, йәшелсәләре мул уңыш бирә. Баҡый халҡын ғәжәпләндереп, ҡыяр, помидор үҫтерә башлай. Ул осорҙа тәмәкегә ҡытлыҡ була, “самосад” тәмәке үҫтерә башлай. “Үҙебеҙ юҡ саҡта, өй ҡыйығы эсенән киптерергә ҡуйған тәмәкене урланылар”, - тип иҫләй Рафиҡ ағай. “Башҡорт ялҡау, баҡсаһында кесерткән генә үҫә, уны ла файҙалана белмәне”, - тип һөйләнә ул. Күптәр үсегәләр, үпкәләйҙәр, уға ҡарамай, Абдулла бабай бушлай орлоҡтар тарата, йәшелсә үҫтерергә өйрәтә башлай, “Мичурин” ҡушаматы тағыла. Ҡабаҡ башында йәшәгән Хызыр ағайымдың ҡатыны Мәхәрәмә еңгәнең: “Мөбинә апай орлоҡтар биреп, йәшелсә үҫтерергә өйрәтте”, - тип хәтерләгәне әле лә иҫтә.
Ул осорҙа Туғай урамында Нурғәле Бирҙеғолов, Барый Вәлиев, Әхәт Ишмырҙин, Фәйзулла Баҡыев ... - бөтәһе 22 хужалыҡ иҫәпләнә. Ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнаша бабай, уның өйө “Агитатор йорто” була. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә күршеләре йыйыла, уҡытыусы Хәмдиә апай “Ағиҙел” журналын ҡысҡырып уҡый, иғтибар менән тыңлайҙар, уларҙа ғына “Искра” радиоһы була. Ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнергә ваҡыт таба егәрле бабай, үргән сабаталары бик үтемле була.
Абдулла бабайҙы 1972 йылда Баҡый ауылында хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаталар. Кинйә улдары хеҙмәт ветераны Рафиҡ ағай ҡатыны Рәйлә менән Белорет ҡалаһында бәхетле йәшәйҙәр.
Баҡый ауылына яңылыҡтар индереп, ергә ерегеп эшләргә өйрәткән, “Мичурин” ҡушаматын алған Абдулла Сәлим улы Рәхимовты онотмайҙар, һағынып иҫкә алалар. Яҡты эҙ ҡалдырған шәхес ул!
Дәриғәт РӘХИМОВ,
ветеран уҡытыусы.
Красноусол ауылы.