Айҙар Радик улы 1993 йылдың 12 авгусында Игенйылға ауылында тыуып үҫкән. 2000-2009 йылдарҙа ошо ауылдағы мәктәптә уҡып, 9-сы класты тамамлай. Артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 60-сы профессиональ лицейҙа “Электрик” һөнәре ала. 2012 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Түбәнге Новгород өлкәһенең Сэров ҡалаһында хеҙмәт итә, сержант званиеһын ала. Хәрби хеҙмәткә тиклем Татарстан Республикаһының Туҡай районында «Челны овощи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең агрофирмаһында механизатор булып эшләй. 2022 йылдың 26 октябрендә махсус хәрби операция сиктәрендә мобилизациялана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2024 йылдың 4 ноябрендә Украина территорияһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Яугирҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов, район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәров, районыбыҙҙың хәрби-иҫәп пункты етәксеһе Игорь Ступников, яҡындары, туғандары, ауылдаштары, күрше-тирә ауылдар халҡы ҡатнашты.
Һуңынан А.Ҡотлозамановтың тормош иптәшенә мәңгелек һаҡлауға Рәсәй Федерацияһының флагы бирелде.
Яҡташыбыҙ ил тыныслығы, яҡты киләсәк өсөн ғүмерен бирҙе. Мәңгелек йоҡоң тыныс, урының ожмах түрендә булһын, Айҙар!