Бөгөн бер туғандар төрлө йүнәлештә хеҙмәт итә. Өлкәне "Термит", ике туғаны кеүек үк, махсус операция башланғандың тәүге көндәренән үк һуғыша. Уның хәрби хеҙмәт тәжрибәһе лә ҙур - Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Термит - полиция подполковнигы, II дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн ордены, "Хәрби батырлыҡтары өсөн" миҙалы, Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.
Тағы ике ағай-эне инженер бригадаһында хеҙмәт итә. Уларҙың барыһы ла хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. "Башҡорт" позывнойлы ағаһы инженер батальонының махсус машиналар ротаһының өлкән технигы. "Башҡорт" Жуков миҙалы, "Хәрби батырлыҡтары өсөн" ведомство наградаһы менән бүләкләнгән.
Иң кесе ҡустыһы Барсик ИБЗ ротаһы машинаһы командиры. Жуков миҙалы һәм "Хәрби батырлыҡтары өсөн"миҙалы менән бүләкләнгән.
Бер туғандарҙың йәше буйынса икенсеһе бер аҙҙан контрактҡа ҡул ҡуя. "Уҡытыусы" ның байтаҡ хәрби тәжрибәһе бар. 2008 йылда грузин-осетин конфликтында ҡатнаша. Бөгөн ул махсус хәрби операция зонаһында алғы һыҙыҡта - элемтәсе-гранатометсы.
- Беҙ бында баштан уҡ өс бер туған инек, - тип һөйләй "Термит". Бер аҙҙан гражданкалағы ағайыбыҙ шылтырата һәм: "Һеҙ барығыҙ ҙа шунда, мин дә, һеҙҙең кеүек үк, Ватанды яҡларға ҡарар иттем", - ти. Шул ваҡыттан алып беҙ бында дүрт бер туған хеҙмәт итәбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, ағайым да беҙгә ҡушылырға ҡарар иткәндә ауыр булды. Әммә мин уның ҡарашынан уның беҙҙең менән бергә булам тип дөрөҫ маҡсат ҡуйғанын аңланым. Яҙмыштың нисек буласағын бер кем дә белмәй. Әммә беҙ тырышабыҙ, бөтәһенә лә сәләм еткерәбеҙ. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!