23 ноябрҙә район үҙәгендә уҙған ауыл хужалығы йәрминкәһе тап Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамына бағышлап уҙғарылды. Унда 12 ауыл биләмәһенән ике тиҫтәнән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ, өс крәҫтиән-фермер хужалығы, өс шәхси эшҡыуар үҙҙәре етештергән тауарҙарын тәҡдим итте.
Ауыл эшсәндәренең байрам шатлығын уртаҡлашырға мәртәбәле ҡунаҡтар: БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Рауил улы Вәлитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Заһир Әхсән улы Хәкимов, район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы Вахитов һәм башҡалар килгәйне.
Сара башланырҙан алда ҡунаҡтар мәҙәниәт һарайы фойеһында районыбыҙ уңғандары – эшҡыуар-фермерҙар һәм бер нисә белем биреү учреждениеһы тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле күргәҙмә менән танышты.