Балалар ижады үҙәге коллективы кескәй ҡунаҡтар өсөн әкиәт персонаждары менән театрлаштырылған тамаша әҙерләгән. Сара сиктәрендә фойела мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, унда балалар теләп ижад менән шөғөлләнде. Артабан сара тамаша залында дауам итеп, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова Халыҡ-ара инвалидтар көнө айҡанлы сарала ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе. Сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ номерҙарҙан торған концерт программаһы был үҙенсәлекле көндә балаларға шатлыҡ өҫтәне. Балаларға ыңғай һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итеп, был сара ысын мәғәнәһендә изгелек һәм мәрхәмәтлек байрамына әүерелде.