Мәҙәни башланғыстарға булышлыҡ итеү Президент фондының гранттар конкурсында еңеп сыҡҡан, социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған Ташбүкән ауыл биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе “Роза һәм Ко” фондының “Ауыл мәҙәниәт йортона – яңы тормош!” проектының еңеүе ауыл өсөн дә, унда йәшәүсе һәр кем өсөн көтөп алынған ҙур шатлыҡ булған.
Был проект нигеҙендә ауылда Шәжәрә байрамы уҙғарылды. Ошо проект ярҙамында еңеү яулаған 1 миллион 172 мең һум аҡсаға тышҡа сәхнә, аппаратура, 10 пар ситек (ҡатын-ҡыҙар һәм ир-аттарға), 6 пар ир-аттарға милли кейем, төҫлө принтер, фотоаппарат, ике гармун, бер баян, сәхнәгә 75 меңлек шаршау алғандар. “Президент фондының гранттар конкурсында еңеүебеҙгә һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Ауыл мәҙәниәт йорто ҙур үҙгәреш кисерҙе, тиһәң дә була, бөтә кәрәк-яраҡ әйберҙәр алынды. Эш өсөн бөтә нәмә бар”, - ти фонд директоры Роза Шәһиҙулла ҡыҙы Кәримова.
“Мәҙәниәт - ул ысынлап та тормошобоҙҙоң нигеҙе”, - тигәйне үҙенең бер сығышында республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров.
Эйе, тормошобоҙҙоң нигеҙе һүнмәһен, киләсәктә лә ошондай конкурстарҙа еңеүҙәргә өлгәшеп, мәҙәниәт усаҡтарын гөрләтеп йәшәргә яҙһын.
Республикала башҡорт мәҙәниәтенә: музыкаға, киноға, сәнғәткә, әҙәбиәткә, телгә һәм башҡа йүнәлештәргә ҙур иғтибар бирелә. 2024 йылдың 3 декабрендә уҙған «тура бәйләнеш» барышында Башҡортостан Башлығы Өфө эшмәкәренең төбәк кейемдәре етештереүселәре өсөн визит карточкаһы буласаҡ уникаль логотип булдырыу турыһындагы инициативаһын хупланы.
"Һеҙ эшләгәндәр бик дөрөҫ. Был этника, был беҙҙең тамырҙар. Хәҙер был бик популяр була бара", - тине Радий Хәбиров.