Уға Башҡортостан Республикаһы Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығының миграция сәйәсәтен координациялау бүлеге начальнигы Марат Камил улы Йыһаншин, шулай уҡ "Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе - Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы” Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры урынбаҫары - персонал буйынса директор Николай Александрович Лютов саҡырылды. Сараны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова алып барҙы.
Сарала 100-ҙән ашыу кеше: вахта менән эшләүселәр, уларҙың ғаиләләре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәптәрҙең сығарылыш уҡыусылары, колледж студенттары һәм Башҡортостанда эш табырға теләгән эшһеҙҙәр ҡатнашты. Сараның маҡсаты - Ғафури районы халҡын Башҡортостанда эшләргә ҡалыуҙары менән ҡыҙыҡһындырыу. Николай Александрович "Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе - Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы" Асыҡ акционерҙар йәмғиәте граждандарға яҡшы эш хаҡы менән теләгән вазифаны табыу еңелерәк булһын өсөн бөтә шарттар булдырыуы, социаль ярҙам саралары, хеҙмәт шарттары һәм башҡалар тураһында ентекле һөйләп, аңлатмалар, һорауҙарға яуап бирҙе. Сара тамамланғас, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙары булғандар шәхсән мөрәжәғәт итте.