Өфө вуз-ара кампусында ӨДНТУ-ның VR-технологиялар һәм робототехника лабораторияһында студенттар роботтарҙы өйрәнә генә түгел, өйрәтә лә.
Мәҫәлән, машиналар кампус буйлап гид функцияларын үҙ өҫтөнә алыуҙан тыш, уның тураһында башҡорт телендә лә һөйләй ала.
- Был белем биреүҙә лә, һөнәри йүнәлеш биреүҙә лә ярҙам итә. Мәҫәлән, беҙҙең робот абитуриенттарға юғары уҡыу йорто тураһында һөйләй, уларҙың факультеттар тураһында һорауҙарына яуап бирә һәм ҡыҙыҡлы факттар тураһында хәбәр итә ала. Бының өсөн беҙ база булдырҙыҡ, уны даими тулыландырабыҙ һәм яңыртабыҙ, – тип һөйләй ӨДНТУ-ның VR-технологиялар һәм робототехника лабораторияһының кесе ғилми хеҙмәткәре Андрей Бодылев. – Беҙ роботты теләһә ниндәй телдә, хатта, мәҫәлән, башҡорт телендә һөйләшергә һәм яуап бирергә өйрәтә алабыҙ-был уның һорауҙа ҡулланылған өндәргә һәм интонацияларға яуап биреүе арҡаһында мөмкин.
Робот ярҙамында ӨДНТУ-ның Евразия политехник мәктәбе студенттары бындай техниканың программалауын, функционалын һәм программа тәьминәтен әүҙем өйрәнә. Яҙғы семестрҙа белем биреү процесы дауам итәсәк, Уға Өфө дәүләт нефть техник университетының «Сервис роботтарын программалау һәм идара итеү»һанлы кафедраһы программаһы буйынса уҡыусылар ҡушыласаҡ.
Дәрестәр «университеттың белем биреү һәм һөнәри йүнәлеш биреү эшмәкәрлегенә Promobot уҡыу комплексын индереү» проекты сиктәрендә үткәрелә.
Өфө вуз-ара кампусында ӨДНТУ-ның робототехника һәм VR-технологиялар лабораторияһы сәнәғәт роботлаштырылған манипуляторҙарын программалау, робототехника һәм уларҙы көндәлек тормошта ҡулланыу өлкәһендә ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреү, Евразия НОЦ-ы һәм университетының индустриаль партнер-компаниялары өсөн VR-технологиялар менән шөғөлләнә. Лабораторияның эш һөҙөмтәләре-ул технологик процестарҙы һәм ҡорамалдарҙы эксплуатациялау, ремонтлау, диагностикалау, көйләү буйынса виртуаль ысынбарлыҡ тренажерҙары, шулай уҡ иҡтисадтың төрлө тармаҡтарының реаль актуаль бурыстарына ярашлы мобиль роботтар һәм манипуляторҙар ҡулланыу буйынса практик ҡарарҙар.