Композициялар алғы һыҙыҡта аралашыуҙан алған тәьҫораттарға таянып яҙылған һәм уларҙың ҡыйыулыҡ, Тыуған илгә һөйөү менән рухландырылған йырҙар: "Доставаловсылар", "Шайморатовсылар, алға", "Башҡортостан" полкы", "Башҡорт байрағы батырҙары", "Ватан", "Мужики высокой пробы", "Гитара - тоже автомат", "Мы свою Родину не предаем" һ.б. Концертта махсус хәрби операция ветерандары ла ҡатнаша.
Билеттарҙы һатыуҙан килгән бөтә аҡса махсус техник саралар һатып алыу өсөн М.Шайморатов исемендәге МХО инвалидтарын һәм ветерандарын социаль яҡлау хәйриә фондына тапшырыласаҡ.
Фойела Хәрби Дан музейынан, М.Шайморатов исемендәге батальон музейынан, Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитетынан локациялар һәм күргәҙмәләр, шулай уҡ "Ватанды һаҡлаусылар" фондынан консультация майҙансығы ойошторола.
- Бөгөн илебеҙ яҙмышына, тарихи ваҡиғаларға ҡатнашлығы булмаған кешеләр ҡалманы тиерлек. Күптәренең яҡындары, туғандары, дуҫтары махсус хәрби операцияла. Барыһы ла тырыша, ярҙам итә һәм был ярҙам егеттәребеҙ һәм беҙҙең уртаҡ Еңеү өсөн баһалап бөткөһөҙ, - тип аңлатты проектты башлап ебәреүсе Рәмил Бәҙәмшин "Молодежная газета" баҫмаһына.
Сара Өфөлә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтә.
6+
Фото: "Молодежная газета".