+28 °С
Болотло
Антитеррор
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
15 Ғинуар 2025, 12:35

Ятып ҡалғансы, атып ҡал!

11 ғинуарҙа  районыбыҙҙа ғәҙәти уҡтан атыу буйынса республика турниры үтте. "Төньяҡ амурҙары вариҫтары" тип аталған был бәйге 2025 - Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм 7 ғинуарҙа билдәләнгән 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡаһарман башҡорт яугирҙарының француз императоры Наполеон Бонапарт ғәскәрҙәрен еңеүенә бағышланды.  

Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы, атып ҡал!

Турнир районыбыҙ уғатарҙары менән бер рәттән республиканың Учалы, Көйөргәҙе, Иглин, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ейәнсура райондары һәм Өфө, Ишембай ҡалаларынан 7-17 йәшлек ҡыҙ-малайҙарҙы (барлығы - 98) үҙенә йыйҙы.

   Сара 1812-1814 йылғы Ватан һуғышы ҡаһарман яугирҙары - “Төньяҡ амурҙары” һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Сығыштарҙа легендар яугирҙар “Төньяҡ Амурҙары” батырлыҡтары, тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеге ҡыҙыл еп булып үтте. Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының спорт залында уҙған ғәҙәти уҡтан атыу турнирын асыу тантанаһында район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов, "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының башҡарма секретары Гүзәл Килдебаева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, муниципаль хеҙмәт ветераны Ғәлинур Ҡалмырҙин, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова сәләмләне һәм уңыштар теләне.

- Бөгөн һеҙҙе ҡунаҡсыл Ғафури ерендә сәләмләүемә шатмын. Сара бик мөһим тарихи ваҡиғаларға арналған. Ярыштарҙың маҡсаты - ғәҙәти уҡтан атыуҙы популярлаштырыу, йәш быуында илһөйәрлек, һөйөү һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тарихына, мәҙәниәтенә һәм рухи мираҫына хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү, - тип билдәләне йыйылыусылар алдында сығыш яһап Фаил Һәҙиәт улы. - Төбәгебеҙҙең төрлө мөйөштәренән ҡатнашыусыларҙы йыя алған ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Ә йәш уҡсыларға мәргәнлек һәм еңеүҙәр теләйем.

Фәнзил Ғәлин, Хызыр Нәзиров, Асфат Юлбарисов “Любезники-любизар” йырын башҡарып, уғатарҙарға еңеүҙәргә дәртләндереп, дәрт-дарман өҫтәне. Уғатарҙар әҙерлекле килгән: ул замандағы тарихи кейемдәрҙә, уҡ атыу нескәлектәрен теүәл белеп сығыш яһанылар.

Уҡтан атыу буйынса республика турнирын ойоштороп уҙғарыусы булып торған КБГИ-ла “Мәргән уҡсы” түңәрәген алып барыусы районда балалар араһында мәргән уҡсылар тәрбиәләүҙә күп көс һалған, уғатарҙар бәйгеһенең баш судьяһы Илшат Хәбибуллин һәм район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ҙур тырышлыҡ һалған. Район мәҙәниәт бүлеге финанс ярҙамы күрһәткән. Сараның тантаналы өлөшөн Рәүилә Йәнтүрина менән Фәнзил Ғәлин алып барҙы.

Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы,     атып ҡал!
Ятып ҡалғансы, атып ҡал!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас