+28 °С
Болотло
“Красноусол” шифаханаһы янындағы Изге шишмәләрҙә һыу ҡойоноу урынында кеше уғата күп булды. Кешеләр һыу инеп, һыу йыйып, ғибәҙәтханала доға ҡылды, шәмдәр ҡуйҙы.
Һыу ҡойоноу урындарында “Ашығыс ярҙам”, полиция, ҡотҡарыусылар юғары әҙерлек режимында эшләне. Изге шишмәләр биләмәһенә ингән ерҙә ойошторолған сауҙа рәттәрендә теләгән әйберҙе һатып алыу мөмкин булды.