Был көндө юбиляр балаларынан, барлыҡ туғандарынан бик күп ҡотлауҙар ҡабул итте. Ошо уңайҙан бөгөн, 20 ғинуарҙа гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы – Н.Фәрхшатов исемендәге премияның 2006 йылғы лауреаты, 100 йәшлек юбиляр Иҙрис Сафа улын беҙ, “Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәре лә өйөнә барып ҡотланыҡ. Бәхетленең ҡунағы бер көндә, тигәндәй, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова район хакимиәте һәм ветерандар советы исеменән, район мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы рәйесе Альберт Насиров район мәғариф бүлеге, Яңғыҙҡайын ауыл хакимиәте башлығы Ғаян Фәйезов, ауыл ветерандар ойошмаһы рәйесе Флүр Ҡаһарманов, Яңғыҙҡайын урта мәктәбе исеменән уҡытыусы Наил Ғәлекәйев ҡотларға килде. Бер быуат ғүмер юлы үтеүенә ҡарамаҫтан, үҙен һәйбәт тоя. Улы Фәнир һәм килене Миңзилә менән бер йортта йәшәүсе Иҙрис ағай үҙенә ҡәҙер күрһәтеүсе ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, ихлас аралашып, рәхмәтле булып хушлашты.