+28 °С
Болотло
Антитеррор
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
28 Ғинуар 2025, 12:25

Ғафури яугиры һынатмай

Район хакимиәтенә Мәскәү хәрби округы командиры исеменән яҡташыбыҙ, махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән илебеҙ именлеге һағында булған майор Динар Шәйәхмәтовтың хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаты килгән.

Ғафури яугиры һынатмайҒафури яугиры һынатмай
Ғафури яугиры һынатмай

Махсус хәрби операция барышында  Красноусол ауылы  яугиры, офицер Динар Шәйәхмәтов  үҙен юғары әҙерлекле  белгес, Ватанының ышаныслы һалдаты итеп танытҡан. 45-се айырым  гвардия инженер  бригадаһы батальонының штаб штаб начальнигы вазифаһында ул  ныҡышмаллыҡ, тәүәкәллек һәм батырлыҡ күрһәтеп, хәрби бурыстарын намыҫлы үтәй. Ошо көндәрҙә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн яҡташыбыҙ Динар Әхнәф улы Шәйәхмәтов Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. 

Командованиеның Рәхмәт хатында ошондай һүҙҙәр бар:

“Хөрмәтле һәм ҡәҙерле әсәй-атайҙарыбыҙ, апайҙарыбыҙ, туғандарыбыҙ, ул-ҡыҙҙарыбыҙ! Ысын күңелдән барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә! Тап һеҙ - беҙҙең ышаныслы тылыбыҙ арҡаһында дошманды Ватаныбыҙға индермәү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Һеҙҙең һөйөүегеҙ һәм ярҙамығыҙ көс һәм ҡыйыулыҡ бирә. Өйҙәрҙә тыныслыҡ булһын, һеҙ беҙҙең менән ғорурланһын, ә балаларыбыҙ аталарының кем икәнен белеп, лайыҡлы алмаш булып үҫһен өсөн артабан да дошманды аяуһыҙ ҡыйратасаҡбыҙ! Район халҡына хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәүсе бар яугирҙар исеменән Рәхмәт әйтәм. Дошман юҡ ителәсәк, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!”

Яҡташыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланып,  уның Еңеү менән тиҙерәк тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Ғафури яугиры һынатмай
Ғафури яугиры һынатмай
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас