+28 °С
Болотло
Антитеррор
9 Май - Бөйөк Еңеү көнө
29 Ғинуар 2025, 09:45

Хәтирәләр мәңге онотолмаҫ

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Фәтҡолла Мөхөтдинов - Рәсәй Геройы, легендар генерал Миңлеғәли Шайморатовтың һуңғы алышынаса бергә булып, ул һәләк булғас, уны ерләүҙә ҡатнашҡан яугирҙарҙың береһе.

Хәтирәләр мәңге онотолмаҫХәтирәләр мәңге онотолмаҫ
Хәтирәләр мәңге онотолмаҫ

Фәтҡолла Хөббөтдин улы 19 йәше тулыу менән Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Граждандар һуғышында ҡатнаша. Алыҫ Каспий диңгеҙе яғында баҫмасыларға ҡаршы көрәшә, Урта Азияла Совет власы урынлаштырыуҙа ла ҡатнашып, 1925 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайта.

Урта Азияла ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, Совет власы урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан кисәге һалдат Юлыҡта ла яңы тормош ҡороуға әүҙем ҡушыла һәм беренселәрҙән булып коллектив хужалыҡҡа инә. Юлыҡ ауыл Советының беренсе рәйесе лә ул була. Һуңғараҡ ферма мөдире булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Фәтҡолла ла ҡулына ҡорал алып, ил һағына баҫа. Ауыр яраланғандан һуң демоблизацияланып тыуған ауылына ҡайта, оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булып эшләй. Хаҡлы ялға туҡтағас инде, үҙен тулыһынса ғаиләһенә, балаларына арнай. Бик йыш ҡына ғүмер юлдарын барлап, улдарына үҙенең данлы үткәндәре тураһында һөйләр була. Яугирҙың улы Марат Фәтҡолла улы атаһы һөйләгәндәрҙе дәфтәр битенә теркәп барған. Уның яҙмаларын һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сығыр, моғайын.

Атайым тураһында

Атайым Фәтҡолла Хөббөтдин улы 1901 йылдың 14 ноябрендә Юлыҡ ауылында донъяға килгән. Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Юлыҡ ауылы мәсетендә төҙөлгән тыуыу тураһындағы 26-сы һанлы актта атаһы – Хөббөтдин Мөхөтдин улы Мәмбәтҡолов, әсәһе – Зөлғәнифә Ғәбделҡадир ҡыҙы тип яҙылған.

Илдә ҙур үҙгәрештәр булып, Совет власы урынлашҡас, ул Ҡыҙыл Армия сафына алынып, 1920-1921 йылдарҙа Урта Азияла Совет власын урынлаштырыуҙа ҡатнаша, Каспий диңгеҙе буйҙарында атҡа атланып, ҡылыс тотоп баҫмасыларға ҡаршы көрәшә. Ул йылдар тураһында һөйләгәндәрен иҫкә төшөрәм дә, “атайым ҡайһылай ҡыйыу, тәүәккәл, йөрәкле кеше булған” тип тағы бер тапҡыр һоҡланып ҡуям. 1925 йылда демоблизацияланып, иҫән-һау тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Тик өйҙә уны йән өшөткөс хәбәр көтә: атаһы Хөббөтдин менән әсәһе Зөлғәнифә, тағы ла дүрт туғаны тиф ауырыуынан бигерәк аслыҡтан үлгән була. 1907 йылғы Хәйрулла туғаны менән 1909 йылғы Миңзифа һеңлеһе генә иҫән ҡалған.

Ауылда ла сәйәси көрәш бара. Атайым йәнә алғы һыҙыҡҡа баҫып, Совет власын урынлаштырыуҙа ҡатнаша. Ошо ваҡытта тотош ил буйынса раскулачивание кампанияһы башлана. Ә Мәмбәтҡоловтар ауылда “хәллеләр” иҫәбендә була. Шунлыҡтан ул “раскулачивание тирмәненә” эләгеүҙән ҡурҡып, фамилияһын алмаштырырға ҡарар итә һәм олатаһының исемен алып Мөхөтдинов булып китә. Энеһе Хәйрулла менән һеңлеһе Миңзифаға ла шундай уҡ фамилия бирелә. Алға китеп шуны әйткем килә, Хәйрулла Мөхөтдинов Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Уның улы Ғаяз Мөхөтдинов күп йылдар Юлыҡта урмансы булды. Фаягөл (Фәрхиямал) еңгәй менән алты бала үҫтерҙеләр.

Миңзифа һеңлеһе Ноғоман Хәсәновҡа тормошҡа сығып, Минәхмәт, Миңнемәхәмәт, Мәүлиҙә, Фәриҙә, Ғаяз, Әсҡәт, Рәшиҙә исемле балалар үҫтерәләр.Тик Ноғоман да һуғыштан әйләнеп ҡайта алмай. Яңғыҙына балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу ауыр булыуын аңлап, Миңзифа яҙмышын һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан ҡәйнеше Фәүзи менән бәйләй. Уларҙың тағы ла Рима, Роза, Зилиә, Фәниз һәм Гөлсөм исемле балалары тыуа.

1930 йылда ауылда яңғыҙ хужалыҡтарҙы коллективлаштырыу башлана һәм атайым беренселәрҙән булып колхозға инә. Тәүге колхоз “Үҙәк” тип атала. Юлыҡтар атайымды ауыл Советы рәйесе итеп һайлап ҡуялар.Тап ошо йылдарҙа ул Үтәш ауылынан Шәмсиямал исемле ҡыҙға өйләнә. Миңлеямал һәм Мәүлетбикә исемле ҡыҙҙары тыуа. Тик бергә оҙаҡ йәшәй алмайҙар, туғандарына эйәреп Шәмсиямал Ҡаҙағстанға сығып китә, үҙе менән бәләкәй ҡыҙы Мәүлетбикәне лә ала. Миңлеямал ауылда ҡала. Шәмсиямал унда Хәмит исемле ҡаҙаҡҡа кейәүгә сығып, хәҙерге Нурсолтан өлкәһенең Жалтыр тигән поселогында ғүмер итә.

Яңғыҙ ҡалғас, атайым Яҡтыкүл ауылынан Һылыубикә исемле ҡатынға өйләнә. Уларҙың Фәүзиә исемле ҡыҙҙары тыуа.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атайым йәнә ҡулына ҡорал алып, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы составында хеҙмәт итә. Энеһе Хәйрулла ла ошо уҡ дивизияла була. Ауылдаштары, күрше ауылдыҡылар, яҡташтар күп була унда. Юлыҡтан Гәрәй Әбделмәнов, Ибраһимдан Шакир Насиров менән бергә хеҙмәт итәләр. Бөйөк Ватан һуғышына саҡырылғанда атайыма 42 йәш була. Шунлыҡтандыр инде уны башта дивизия штабына ат ҡараусы (конюх) итеп тәғәйенләйҙәр, һуңынан инде ул Шайморатовтың адъютанты була. Әйткәндәй, яҙыусы, прозаик Шакир Насировтың “Мыйыҡ” хикәйәһендәге төп геройҙың прототибы ла минең атайым. Ысынлап та атайым ғүмер буйы Буденныйҙыҡы һымаҡ мыйыҡ йөрөттө. Ш.Насировтың китабын Башҡорт үҙәк китапханаһынан алып, ул хикәйәне бер нисә тапҡыр уҡып сыҡтым. Ысынлап та хикәйә геройы менән атайымдың бик күп оҡшашлыҡтарын тойомланым.

Хәҙер инде атайымдың хәтирәләренә күсәм. Төрлөһө бар уларҙың: ҡыҙыҡтары ла, аяныслылары ла, фажиғәлеләре лә.

Яңы йылды “ҡаршылау”

... “1943 йылдың Яңы йыл төнөндә Шайморатов немецтарҙың Сталинград өлкәһенең Красный Яр утарында урынлашып, көн һайын совет ғәскәрҙәрен бомбаға тотҡан хәрби төркөмөнә һөжүм итергә булды. Фашистар Раштыуа байрамын билдәләргә йыйылған була. Беҙ утарҙың һаҡ ҡуйылмаған тыл яғынан керҙек һәм алдан һөйләшелгәнсә өс төркөмгә бүлендек. Мин ул саҡта отделение командиры инем. Иң ситтәге бер нисә йортҡа бәреп инеп, ундағы фашистарҙы ҡырып сыҡтыҡ. Немецтар ҙа һиҙеп ҡалды ахры, көтмәгәндә бер йорттоң тәҙрәһенән пулемет ут яуҙыра башланы. Байтаҡ егеттәр һәләк булды унда. Мин ҡаршы йорт эргәһендәге кирбес өйөмө артына йәшенеп өлгөрҙөм. Пулемет туҡтамай ут һибә генә. Бер мәл теге йорттоң ишеге асылып, бер фашистың йүгереп сығып, йәнәшәлә ултырған машинаға йүнәлеүен шәйләп, йәһәт кенә сәпкә алдым. Тегеләр шулай берәм-берәм сығып торалар, мин уларҙы сүпләп торам. “Кемдә граната бар, пулеметты юҡ итегеҙ!”- тигән команда ишетелгәс, теге йорт тәҙрәһенә төбәп граната ташлағайным да, ул тәҙрә яғына ғына эләкте. Шулай ҙа пулемет тынып ҡалды. Алыш тамамланғас 8 фашисты дөмөктөргәнем билдәле булды. Һуңынан асыҡланыуынса бында немецтарҙың 400 һалдаты, шул иҫәптән иң яҡшылар араһынан һайлап алынған 150 летчигы булған һәм уларҙың барыһы ла юҡ ителде,”- тип һөйләгәйне ул. Атайымдың фәрештәһе һәр саҡ йәнәшәһендә булып, һаҡлап йөрөгәндер, күрәһең. Кирбес өйөмө артынан дошмандарҙы сүпләгән ваҡытта йорттоң икенсе яғынан стена буйлап автоматын төҙәп үҙенә табан килгән бер немецты күреп ҡала һәм секунд эсендә курокка баҫып өлгөрә. Ғүмеренең аҙағына тиклем Яңы йылды ҡаршылаған һайын атайым ошо алышты, күҙенә ҡарап йән биргән йәп-йәш немецты иҫкә алыр ҙа, “мин алданыраҡ атып өлгөрмәһәм, ул мине үлтергән булыр ине,”- тип күҙҙәре йәшкә мансылыр ине.

Һунарға барыу

...Днепр йылғаһын кисеү алдынан дивизия алдына “тел алыу” бурысы ҡуйыла. “Һунарға” өс кеше ебәрелә, уларҙың береһе атайым була. Улар дөм ҡараңғыла кәмәлә Днепрҙы йөҙөп сығып, яр буйлап немец окоптарына табан шыуышалар һәм блиндажға юлығалар. Эстәге тауыштарҙан унда 2-3 кеше барлығын самалап, кеменеңдер ишекте асып тышҡа сығыуын көтә башлайҙар. Бер немец ишекте асыуы була, улар эскә бәреп инәләр. Ике фашисты үлтереп, унтер-офицерҙы әсирлеккә алып, штабҡа тапшыралар. Тап Днепрҙы кискән ваҡыттағы батырлығы өсөн атайым, отделение командиры Фәтҡолла Мөхөтдинов 1943 йылдың 12 октябрендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

Осрашыу

Бер ваҡыт атайым ниндәйҙер мөһим пакет менән дивизия штабына килә. Нисектер Хәйрулла туғаны ла шунда булып сыға. Шулай итеп уйламағанда ике туған осраша. Һөйләшеп-аралашырға ла ваҡыт табалар.

- Яҙға аяҡ баҫҡан мәл. Аяҡ аҫтында ҡар ятһа ла ҡояш ныҡлы ғына ҡыҙҙыра. Ҡайһы бер һалдаттар өҫ кейемдәрен сисеп, ҡағып-һуғып киптереп маташа. Ситкәрәк барып Хәйрулла менән мин дә сисенеп, кейемдәрҙе ҡарға бутап-бутап ҡағабыҙ. Туҙан менән беттән ҡар өҫтө ҡап-ҡара булды, - тип һөйләй торғайны атайым.

Шайморатовтың һуңғы алышы

- Был хәл 1943 йылдың 23 февралендә Украина ерендә, беҙҙең 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары һуғыша-һуғыша дошман тылынан рейдтан сыҡҡанда булды,- тип хәтерләр ине. - Ныҡ арығанбыҙ, асыҡҡанбыҙ. Ауыр яралыларҙы саналарға тейәгәнбеҙ. Фронт һыҙығын үтеп беҙгә нисек тә төп көстәргә ҡушылырға кәрәк, шуға ла алһыҙ-ялһыҙ көнбайышҡа ынтылабыҙ. Шулай килә торғас, бер утарға юлыҡтыҡ. Унда бер ярты сәғәт самаһы ял итеп өлгөрҙөкме-юҡмы, Шайморатов “По коням! Раненых оставить!”- тип бойороҡ бирҙе. Тылдан алынған бойороҡҡа ярашлы, яралылар тейәлгән ылауҙарҙы староста ҡарамағына тапшырып, юлға сыҡтыҡ. Староста һатлыҡ йән булып сыҡты, ул өйрәткән юл буйлап урмандан сығып күп тә барманыҡ, ниндәйҙер ферма янында немецтарҙың засадаһына юлыҡтыҡ. Алыш бик ҡаты булды. Фашистарҙы тулыһынса тар-мар иттек, тик Шайморатов үлемесле яраланды. Уны ферма бинаһы йәнәшәһендәге ҡалҡыулыҡҡа ерләп, юлыбыҙҙы дауам иттек. Фронт һыҙығын үтеп, үҙебеҙҙекеләргә ҡушылғанға тиклем ошондай тиңһеҙ алыштарҙа бик күп яуҙаштарыбыҙҙы юғалттыҡ,- тип һөйләне.

Шайморатовҡа бәйле төрлө имеш-мимештәр ишетелә башлағас атайым “Мине ошо алыш урынына алып барһалар, Шайморатовты ҡайҙа ерләгәнебеҙҙе үҙем күрһәтер инем,”- тип үрһәләнер ине.

Утарҙа ҡалдырылған яралылар араһында күрше Ҡауарҙы ауылынан бер һалдат та була. Ул эйәрҙә ултырған атайымдың аяғын ҡосаҡлап үҙен бында ҡалдырмауын үтенә. Тик ул саҡта Шайморатовтың бойороғо ҡәтғи була: яралыларҙы утарҙа ҡалдырырға. Бәхеткә күрә, был һалдат иҫән-һау әйләнеп ҡайта һәм улар атайым менән гелән аралашып торҙолар.

Тағы ла бер нәмәне билдәләп үтергә кәрәктер. Атайым оҙаҡ ваҡыт “Саҡма тояҡ аттарҙа” документаль повесының авторы Әхтәм Ихсанов менән хат алышып, хәтирәләрен уртаҡлашты. Был повесты үҙем бер нисә тапҡыр иғтибарлап уҡып сыҡтым һәм унда атайым һөйләгән ваҡиғалар ҙа сағылыш тапҡан бит, тигән фекергә килдем.

Һуңғы алыш. Демобилизация

1944 йылда сираттағы ҡаты бер алыш ваҡытында эргәһендә генә снаряд шартлап, атайым ҡаты яралана: уң ҡулының бармаҡтарын снаряд ярсығы киҫеп алып ташлай, уң яҡ ҡабырғаһы менән янбашына ла ныҡ ҡына эләгә. Уның ниндәй хәлдә икәнлеген күреү менән рота командиры: ”Немедленно в санчасть,”- тигән бойороҡ бирә. Бик оҙаҡ ҡына госпиталдә дауаланғандан һуң, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип, тыуған ауылына оҙаталар. Туңҡанлап ҡайтып килгән яугирҙе беренсе булып Юлыҡҡа етәрәк баҫыуҙа мал көтөп йөрөгән Баязит исемле малай күреп ҡала һәм һөйөнсөләп ауылға йүгерә. Ул инде атайымдың яуҙашы Гәрәй Әбделмәновтың улы була.

Ысынлап та атайымдың яраһы бик ҡаты була. Ныҡ сатанлап, туңҡанлап ҡына атлай, яралары бөтәшеп тә бөтмәгән. Күрергә килгән ауылдаштар араһында уны йәлләп: “Фәтҡолла кеүек ғәрипләнеп, кеше көнлө булып ҡайтҡансы, ҡайтмағаның лутсыраҡ”, тип әйтеүселәр ҙә була.

Тылда ла алғы сафта

Был саҡта атайымды Һылыубикә исемле ҡатыны менән 4-се класта уҡып йөрөгән Зөлфиә ҡыҙы ҡаршы ала. Әйткәндәй, Һылыубикә Яҡтыкүл ауылынан, оҙаҡ йылдар районда КПСС-тың беренсе секретары булып эшләгән Әсҡәт Шәмсетдиновтың бер туған апаһы була. Тыуған төйәктең һауаһы ла шифа, тигәндәй, күп тә үтмәй яралары уңала башлай. Снаряд ярсығы сәрпәкләгән янбашы менән уң ҡулы бармаҡтары элекке хәленә ҡайтмаһа ла, таяҡҡа таянып йөрөрлөк була.

Күп тә үтмәй уны үҙе нигеҙ һалған “Үҙәк” колхозы председателе итеп ҡуялар. Эше уңайлы ғына барһа ла, ғаиләһендә бер-бер артлы оло юғалтыу кисерә ул. Үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп Зөлфиә ҡыҙы гүр эйәһе булыуға йәнә оло ҡайғы килә. Һуғыш осоронда һәм унан һуң ауылда тол йәки яңғыҙ ҡатындар күп була. Ҡайһы берәүҙәре атайымды нисек тә үҙенә ҡаратып алырға тырыша. Бер ҡунаҡ ваҡытында шулар араһынан берәү Һылыубикәгә ниндәйҙер ағыу эсерә. Өс көн интегеп ятып вафат була ул. Үлер алдынан атайымдың һеңлеһе Минзифа апайым менән тәүге ҡатынынан тыуған Ямал апайға үҙен кемдең ағыулауын әйтә һәм атайымды шул ҡатынға өйләндермәүҙәрен үтенә. Атайым, әлбиттә, был ҡатынға өйләнмәй. Әйткәндәй, ул ҡатынды мин дә күреп-белеп үҫтем, оло йәшкә етеп вафат булды ул.

Атайымдың өсөнсө ғаиләһе

1948 йылда атайым өсөнсө тапҡыр инәйемә, тәүге ире Мостафа Кәримов һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған тол ҡатын Зәйнәп Талха ҡыҙына өйләнә. Ул ваҡытта уның Ғәйшә, Рауил, Рамаҙан исемле өс балаһы була. Атайым менән инәйем матур ғүмер итеп тағы өс балаға - Фуат (1949), Булат (1951) һәм миңә (1954) ғүмер бирәләр.

Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем атайымдың башында эшләпә булыр ине. Эйәр өҫтөндә кәүҙәһен туп-тура тотоп, атын яй ғына атлатып эштән ҡайтҡан сағы әле һаман күҙ алдында. Инәйем дә гелән генә тәҙрәнән ҡарап торор ҙа, “Эйәрҙә ҡалай ҡупайып, тура ғына ултыра. Белмәгән кеше лә был кавалерист булған ахры тип әйтер ҙә, нисек яңғыҙ ҡатыннар үҙенә ҡаратырға тырышмаҫ”, ти торғайны. Уның да үҙенсә атайымды көнләшеүе булды микән инде?!

Ғәйшә апай, Рауил, Рамаҙан ағайымдар менән бер туғандар кеүек үҫтек, әле лә аралашып, туғанлашып йәшәйбеҙ. Рамаҙан ағайым Миңлегөл еңгәбеҙ менән Юлыҡта ғүмер итәләр. Ул армияла хеҙмәт иткән саҡта марафон уҙышында ҡатнашып, спорт мастеры дәрәжәһенә лайыҡ булды, оҙаҡ йылдар мәктәптә физкультуранан уҡытты. Еңгәбеҙ хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем “Мағаш” колхозының алмаштырғыһыҙ бухгалтеры булды. Биш бала бағып үҫтерҙеләр.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңгәбеҙ ҙә быйыл вафат булып, ағайымды яңғыҙ ҡалдырҙы . Мин инде ғаиләм менән Өфө ҡалаһында йәшәйем.

Ошонда йәнә атайымдың һуғыш йылдары һәм унан һуңғы осорҙағы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәтирәләренә туҡталайым.

Өс биҙрә бойҙай...

Яҙғы сәсеү алдынан була был хәл. Атайым орлоҡ запастарын ҡарарға, барларға тип иген келәтенә килә. Ҡарап-тикшереп сыҡҡас, келәт мөдире “был ҡағыҙҙар менән нишләйбеҙ?”- тип атайыма өс ҡағыҙ киҫәге тоттора. Уларҙың һәр береһендә атайымдың ҡултамғаһы менән “ Я.-ға бер биҙрә иген бирергә,”-тигән яҙыу була. Атайым аптырап ҡала, ул саҡта ондо ла бик һирәк осраҡта ғына биҙрәләп түгел, килолап ҡына биргәндәр бит инде. Баҡһаң, 12-13 йәштәр тирәһендәге малай атайым һымаҡ ҡына итеп ҡултамға ҡуйырға өйрәнеп, еңел генә икмәк ашарға уйлаған. Келәт мөдире иһә малай ошондай уҡ яҙыу менән икенсегә килгәс, шикләнеп, уға биҙрәләп түгел, килолап ҡына биргән була. Малайҙың председателдең имзаһын эшләп, алдаҡ юл менән иген алғанын белеп ҡалһалар, юғарылағылар был бала ғына тип тормаясаҡ, тотош ғаиләһен хөкөмгә тарттырасаҡтар бит инде. Шуны уйлап, атайым келәт мөдиренә был хаҡта берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡуша ла үҙе малайҙың өйөнә барып, ата-әсәһе менән ныҡлап һөйләшә.

Төнгө юлбаҫар

Был хәл инде колхозсыларға хеҙмәт хаҡын аҡсалата түләй башлағас була. Көҙгө бер көндө атайыма “колхозсыларға түләргә аҡса килеп алырға”, тип хәбәр итәләр. Ул саҡта Красноусолға ат менән Һабай-Сәйетбаба-Ләмийән аша йөрөгәндәр. Атайым да һыбай китә. Арлы-бирле йомоштарын йомошлап, аҡса алып ҡайтырға сыҡҡансы кис була. Төн уртаһында ғына Һабайға килеп етә. Аты ла арыған, дөм ҡараңғы, өҫтәүенә быҫҡаҡлап ямғыр яуа.

Юлыҡҡа табан Бейек күпер юлының ике яғында ла ҡуйы булып йәш имәндәр үҫә. Бер мәл ат ҡапыл тертләп, юлдан ситкә тайпыла. Кавалерист булып бер түгел ике һуғышты ат өҫтөндә үткән атайым кәүҙәһен ат һыртына һуҙып өлгөрөүгә баш осонан ғына шыйлап күҫәк үтеп китә. Күҫәктең ҡайһы яҡтан осҡанын аңғарып өлгөргән атайым шул ыңғайға атын ҡапыл ғына юл ситенә бороп, ҡулындағы ҡамсы менән һелтәнә башлай. Үҙенә һөжүм иткән кешене тоҫмаллап, бик ныҡ ҡамсылай ул. Шул ваҡыт теге юлбаҫар: ”Фәтҡолла, етер, туҡта инде, был мин”,- тип исемен әйтә. Был кеше колхоз идараһында эшләп, председателдең банкка аҡсаға киткәнен белгән берәүҙең атаһы булып сыға. “Шайтан ҡотортҡандыр, ярлыҡа инде, фаш итмә,” тип бик ялбарғас, атайым да был хаҡта берәүгә лә һөйләмәй. Уның үҙенән бигерәк, тырышып ҡына эшләп йөрөгән улын йәлләй. Тейешле урынға еткерһәм, атаһына ғына түгел, улына ла иң ҡаты яза бирелер ине, ти ул. Теге кешенең улы оҙаҡ йылдар шул уҡ эшендә эшләне. Атайым эштән туҡтағас та кәңәш һорап йыш килгеләне. “Теге хәлде иҫенән сығармай, фашламаған өсөн һаман да рәхмәт уҡый. Юҡлыҡ, аслыҡ йылдарында ундай хәлдәр башҡа яҡтарҙа ла әҙ булмағандыр инде”,- ти торғайны атайым.

Ошонда инәйем хаҡында ла бер кәлимә һүҙ яҙып үтәйем әле. Инәйем Зәйнәп Талха ҡыҙы Ҡауарҙы ауылында тыуып-үҫкән. Бик тә ипле, тыныс, баҫалҡы, изге күңелле булды ул. Атайым бер осор ауыл Советы рәйесе булып та эшләгән. Һуғыштан һуңғы осор булғандыр инде. Эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән, йәштәрҙе ситкә сығарып ебәрмәйенсә көсләп тигәндәй ауылда ҡалдырғандар. Дөрөҫөрәге, китергә теләүселәргә силсәүиттән белешмә, рөхсәт бирмәгәндәр. Ә унһыҙ уҡырға ла, эшкә лә алмағандар, күрәһең. Белешмә һорап килеүселәрҙе инәйем бик йәлләгәндер инде. “Атайың йоҡлағанда шым ғына алып, уҡырға барам тигән бер нисә кешегә мисәтле справка бирҙем. Эй, һөйөнгәндәрен күрһәң, барыһы ла уҡырға инеп, матур итеп эшләп киттелер. Уларға ярҙам итә алыуыма үҙем дә һөйөндөм,”- тип һөйләгәне хәтерҙә.

Үҙем дә инде хәҙер, Аллаға шөкөр, ғүмер артылышының 70-се баҫҡысын үтеп, атайым йәшенә етеп киләм. Ошо иҫтәлектәрҙе бөгөн ҡат-ҡат уҡып сығам да “атайым менән инәйем шул тиклем дә кеше йәнле, миһырбанлы, изгелекле булғандар икән”, тигән фекергә киләм.

Бер түгел ике һуғыш юлында алынған ауыр яраларҙың эҙемтәләренән тыш тыныс тормоштағы тетрәндергес хәлдәр, юғалтыуҙар ҙа эҙһеҙ ҡалмағандыр, атайым бик иртә, 1972 йылдың июнендә ҡапыл ғына вафат булды. Ни бары 71 йәш ине уға. Уны һуңғы юлға оҙатырға килеүселәр бик күп булды. Хушлашырға элекке ҡәйнеше, райкомдың беренсе секретары Әсҡәт ағай Шәмсетдинов та, башҡа етәкселәр ҙә килде.

-Атайым, бер түгел ике шанлы һуғыш ветераны Фәтҡолла Мөхөтдиновтың вафат булыуына ла 50 йылдан ашыу ваҡыт үтте. Әммә ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтерҙә, беҙҙең арала кеүек. Нимә генә эшләһәм дә, хатта икеләнеп торған саҡтарымда ла “минең урында атайым булһа, нимә тиер ине икән?” тигән уй килә башҡа. Үҙемдең тормошомдо, үткән йылдарҙы барлайым да, уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнем шикелле, тип уйлап ҡуям. Юғары белем алып, яуаплы вазифалар биләнем, матур донъя ҡороп, ул һәм ҡыҙ үҫтерҙем. Улар, ейән-ейәнсәрҙәрем өсөн хәстәрлекле атай-олатаймын. Туғандарым менән тығыҙ бәйләнештә, аралашып йәшәйбеҙ, тыуған ауылым Юлыҡҡа, ауылдаштарыма һәр эштә, һәр сарала ҡулымдан килгәнсә ярҙам итәм, дөйөм эштәрҙән ситтә ҡалмаҫҡа тырышам. Шуларҙы барлайым да, “атайымдың рухы беҙҙән ҡәнәғәттер”, тигән фекергә киләм. Донъялар имен булып барыбыҙға ла атай-инәйҙәребеҙҙең рухтары риза булырлыҡ итеп йәшәргә яҙһын,- ти бөгөн Марат Фәтҡолла улы Мөхөтдинов.

Әйткәндәй, Марат Фәтҡолла улы гәзитебеҙ иғлан иткән “Изге подписка” акцияһына ҡушылып, Юлыҡ ауылынан 6 ғаиләгә, шул иҫәптән улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ике ғаиләгә “Табын” гәзитен бүләк итте.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әҙерләне.

Хәтирәләр мәңге онотолмаҫ
Хәтирәләр мәңге онотолмаҫ
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас