Уны “Йәш патриоттар” проекты сиктәрендә Красноусолдағы “Тирәккәй” балалар баҡсаһының коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы “Бала саҡ ҡаласығы” мәктәпкәсә белем биреүгә ярҙам һәм үҫеш Фонды (директоры Г.А.Мостафина) әҙерләп үткәрҙе. Ярыш рәүешендәге сарала Красноусолдағы “Әкиәт” – “Аҡ халатлылар”, “Миләшкәй” - “Ватан һаҡсылары”, “Тирәккәй” – “Патриот”, “Тирмәкәй” - “Йәш янғын һүндереүселәр” балалар баҡсаларынан командалар ҡатнашып, “Ватан һаҡсылары” командаһы еңеүе менән тамамланды. “Әкиәт”тәр – 1-се, “Тирмәкәй” – 2-се, “Тирәккәй” 3-сө урын яуланы.