МХО-ла һәләк булған герой яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә арналған беренселекте “Ярҙам йәнәшәлә” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге яугирҙарҙың яҡындары менән берлектә ойоштороп уҙғарҙы. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың мәктәп йәшендәге балалары араһында үткән уҙыш районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан бик күп йәш саңғысыларҙы үҙенә йыйҙы.
Сараны асып, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, “Ватанды һаҡлаусылар” Фонды координаторы Рәмзиә Юлмөхәмәтова, МХО-ла һәләк булған яугирҙың атаһы Рәфис Харисов, “Хәрби туғанлыҡ” район йәмғиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Рәхмәтуллин саңғысыларға уңыштар һәм еңеүҙәр теләне. Ойоштороусылары булып шулай уҡ район хакимиәте, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре, үҙәк район китапханаһы, бағыусылары булып һәләк булған геройҙарҙың ата-әсәләре торҙо.