Ленинград ҡалаһы, беҙҙең ғәскәрҙәрҙең ҡаһарманлығына ҡарамаҫтан, немецтар тарафынан тығыҙ ҡулсаға уратып алына. Блокада башлана. Кешеләр ныҡ тора. Аслыҡтан тотош ғаиләләр үлә. Фашистар ас, туңған кешеләр ҡаланы яҡлауҙан туҡтап, биреләсәк тип уйлай. Әммә гитлерсылар яңылыша. Кешеләр бер-береһенә ҡарата кешелеклелеген, ышанысын һәм хөрмәтен юғалтмаған. Ленинград! Был ҡала бөтәһе өсөн дә сыҙамлыҡ, батырлыҡ, Ватанға фиҙаҡәр һөйөү, рус халҡының ғәжәйеп рух көсө символына әүерелә.
23 ғинуарҙа районыбыҙҙың Балалар ижады үҙәге педагогтары Ленинград блокадаһын тулыһынса өҙөүҙең 81 йыллығына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған "Ленинград блокадаһы" тип аталған сара ойошторҙо. Төп маҡсат - уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышының аяуһыҙлығы тураһында һөйләү, Ленинград блокадаһы, блокада икмәге менән таныштырыу, ауыр һынауҙар үткән кешеләр яҙмышына мәрхәмәтлелек хистәре уятыу, Тыуған илгә ҡарата патриотик тойғо тәрбиәләү торҙо.
Сара блокада ҡорбандарын иҫкә алып, улар хөрмәтенә бер минут тынлыҡ менән башланды. Артабан Балалар ижады үҙәге директоры Рәмил Ниғмәтйән улы Кинйәбаев сараны асып, Ленинград блокадаһы хаҡында ҡыҫҡаса телмәр тотоп, беҙҙең бөгөнгө көнөбөҙ, яҡты киләсәгебеҙ илебеҙҙең тарихи үткәне менән тығыҙ бәйле булыуы тураһында һөйләп үтте.
Иң тәүҙә уйында ҡатнашыусы уҡыусылар брейн-рингта тарихи һорауҙарға яуап бирҙе, ә һуңынан тарихи квест үтеү өсөн маршрут ҡағыҙы буйынса бүленде. Квест ошо иҫтәлекле датаға арналған "Еңеү ирекмәндәре" Бөтә Рәсәй акцияһы саралары сиктәрендә үтте. Балалар Бөйөк Ватан һуғышы тарихын яҡшы белеүҙәрен, үҙҙәренең тапҡырлығын күрһәтте, "Морзе әлифбаһы", "Һаҙлыҡ", "Мина яланы", "Блокада икмәге", "Шифровка", "Һуңғы хәбәр", "Фотография" кеүек этаптарҙа хәүефле һуғыш йылдары мөхитенә сумды. Һәр этап тарихи легенданан башланып, уны барыһы ла ентекле тыңлағас, команда эшкә тотондо. Сарала Красноусол ауылы мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Һуңынан был уйындың еңеүселәре лә билдәле булды. 1-се урын “Ленинград пульсы” командаһына (2-се мәктәп), 2-се урын - "Еңеү ирекмәндәре" (Балалар ижады үҙәге) һәм "Ғинуар күк күкрәүе” (Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты), 3-сө урын “СССР” (3-сө мәктәп) командаһына бирелде. Шулай уҡ 1-се мәктәптең “Йәшен” һәм Балалар ижады үҙәгенең “Юнармия” командалары сарала ҡатнашҡандары өсөн сертификаттар менән бүләкләнде.
Ерҙә йәшәгән һәр кемгә иң мөһиме – Тыныслыҡ! Был сарала һуғыштың ни тиклем ҡот осҡос һәләкәт икәненә тағы бер ҡат инанған уҡыусылар, илебеҙ күге тыныс булһын, тигән изге теләктә таралышты.